Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – йәшәйешебеҙҙең үтә мөһим, әммә күп мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы бер тармағы. Беҙҙең үҙебеҙҙе нисек тойоуыбыҙ, кәйефебеҙ тап ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә, үҙ бурыстарын нисек үтәүенә бәйле. Халыҡтың йәшәү сифаты һәм шарттары, төрлө предприятие һәм социаль объекттарының эшмәкәрлеге туранан-тура көнкүреш хеҙмәтен күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының тотороҡло эшләүенән тора.
Әлеге ваҡытта коммуналь-торлаҡ өлкәһендә реформалар дауам итә. Идарасы компаниялар барлыҡҡа килә, йорт комитеттары, советтары төҙөлә. Ғөмүмән, был өлкәләге закондарға бер туҡтауһыҙ тиерлек үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индерелә, яңы программалар ҡабул ителә... Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы талаптарға яуап биргән сифатлы хеҙмәт күрһәтеү ҙә еңел түгел. Ҡулланыусылар йылылыҡ, яҡтылыҡ, һыу һ.б. өсөн тарифтар артыуына әсенһә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бынан ярты быуат элек, хатта унан да күберәк алда төҙөлгән йорттарҙың, ундағы инженер селтәрҙәренең иҫкереүе, туҙыуы арҡаһында ыҙалай.
Һуңғы ваҡытта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына ҙур иғтибар бүленә. Махсус программалар ярҙамында был тәңгәлдәге көнүҙәк мәсьәләләр бер-бер артлы хәл ителә бара. Көнкүреш хеҙмәтен күрһәтеү тармағы ла әүҙем үҫешә.
“Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы 2013 йылда төҙөлә. Алдағы предприятиенан “мираҫҡа” ҡалған 80 процентҡа туҙған ике ҡаҙанлыҡ, йылылыҡ трассаһы менән эшләп китеү еңелдән булмай. Өҫтәүенә, 45 млн һум булған кредитор бурыс предприятиены банкрот алдына килтереп баҫтыра. Шунлыҡтан халыҡҡа уңайлыҡтар күрһәтеүҙә лә ауырлыҡтар килеп тыуа.
Был тәңгәлдәге проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында концессиональ килешеү төҙөлә. Уның ярҙамында байтаҡ ҡына мәсьәләләрҙе хәл итеү юлы табыла.
Бөгөн “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы ҡарамағында биш ҡаҙанлыҡ һәм 12 километрға һуҙылған йылылыҡ трассаһы бар. Уларҙың хеҙмәтен ҡаланың 57 процент халҡы файҙалана. Концессиональ килешеү буйынса йыл аҙағына тиклем 153,8 млн һум инвестиция һалынған. 2019-2020 йылдарҙа ике блоклы ҡаҙанлыҡ файҙаланыуға тапшырылды. Бөгөн улар йылытыу миҙгелен бер ниндәй аварияһыҙ тамамларға мөмкинлек бирә. 1-се ҡаҙанлыҡтан алып 774,11 метр (28 процент), ә 2-се ҡаҙанлыҡтан 5293 метр (90 процент) йылылыҡ трассаһы яңыртылған.
Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын модернизациялау предприятиеның эшмәкәрлеген яңы кимәлгә сығарыу мөмкинлеген бирә. Ҡаҙанлыҡтарҙы тулыһынса автоматлаштырылған режимға күсереү буйынса эш алып барыла. Видеокүҙәтеү системаһы индерелә.
Быйыл да предприятие тарафынан ҙур эштәр ҡаралған. Ҡаланың “А” микрорайонындағы йылылыҡ селтәренең 4,6 км реконструкциялау күҙ уңында тотола. Шулай уҡ 1-се ҡаҙанлыҡ биләмәһендә авария резерв яғыулығы ҡоролмаһы ултыртыласаҡ. Инвестиция программаһына ярашлы “Б” микрорайонында ла өлөшләтә йылылыҡ трассаһы ремонтлана. Шулай уҡ уның биләмәһен дә төҙөкләндереү ҡарала.
Иретеп йәбештереүселәр Рәмил Ғәлин, Зиннур Уразбаев, ҡаҙанлыҡ ҡоролмаларын ремонтлау буйынса слесарь Азамат Ҡотлобирҙин, ҡаҙанлыҡ ҡоролмаларын ремонтлау һәм эксплуатациялау буйынса слесарҙар Фәнил Тейитов, Ринат Тутаев, контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматтары буйынса слесарь Рәжәп Сирғәлин, ҡаҙанлыҡ операторҙары Фәнис Байегетов, Зөлфиә Евстигнеева, Рафиҡ Солтангилдин, Айгөл Сафина, Гөлфинә Ҡаһарманова, участка начальнигы Фәйез Байегетов, мастерҙар Йомағужа Раев, Азат Зәйнәғәбдиновтар фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән айырылып тора. Улар хеҙмәт ветерандары Николай Боголюбов, Татьяна Азманова, Сәғит Абдулов, Николай Помранов, Нәйлә Мәхмүтова, Яхъя Ғәлин, Ғәлиә Әфләтүнова, Рамаҙан Ғәлин, Клавдия Миронова кеүек оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәр өлгөһөндә тәрбиәләнгән.
Фото: операторҙар Миңлегөл Буранбаева һәм Урал Әхмәтов.