“Баймаҡ водоканалы” 1967 йылда Сибай район-ара производство идаралығы ҡарамағында ойошторола. 1993 йылда үҙгәртеү ҡоролғандан һуң, 2006 йылдан алып бөгөнгө статус аҫтында эшләй. Тәүге директор итеп Рөстәм Байбулатов тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә һыу-канализация селтәре төҙөлә. Канализация-насос станцияһы проектлана һәм төҙөлә.
Предприятиены бөгөн Рөстәм Түләков етәкләй. Был коммуналь хужалыҡ ҡала халҡын эсәр һыу менән тәьмин итә һәм канализация хеҙмәте күрһәтә. Бөгөн тәүлегенә “Ирәндек” 10 һыу һурыу скважинаһынан 3500 кубометр һыу сығарыла. 59,2 км эсәр һыу һәм 22 км канализация селтәрен хеҙмәтләндерә. Бынан тыш улар йорттарға һыу индереү һәм канализация селтәренә тоташтырыу, канализация соҡоро ҡаҙыу һәм транспорт хеҙмәтен дә күрһәтә.
Ҡаланы ҡала итеүгә был коммуналь хужалыҡ тармағының да хеҙмәте бар. Улар артында, әлбиттә, берҙәм коллективтың фиҙаҡәр хеҙмәте ята. Насос ҡоролмалары машинисы Рим Бүкәнов, Рәмилә Сөләймәнова, Александр Селезнев, Римма Әминева, Тәлғәт Иҙелбаев, Тимур Алсынбаев һәм башҡалар бай тәжрибә туплаған, һыналған эшселәр.
Фотола: Тимур Алсынбаев.