Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
21 Март 2021, 09:30

Баймаҡ ҡалаһы ни өсөн матур?

Улар хеҙмәте - матурлыҡ тыуҙыра.

Ҡалабыҙҙың йөҙө туранан-тура Фәнил Байсурин етәкләгән Баймаҡ коммуналь хужалығымуниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә бәйле. Бында эшләгән 30 кешенең иңенә ҡалабыҙҙың таҙалығы, халыҡтың йәшәйешенә уңайлыҡтар тыуҙырыу яуаплылығы һалынған. Беҙҙең йәшәйеште көндән-көн уңайлыраҡ, матурыраҡ, йәмлерәк итергә тырышҡан тармаҡ хеҙмәткәрҙәре - йыйыштырыусылар, ихата алдын тәртипкә килтереүселәр, слесарҙар, сантехниктар бының өсөн бар көсөн һала. Улар ҡаланы төҙөкләндереү, инженер ҡоролмаларын, автомобиль юлдарын төҙөү, төҙөлөштә ҡулланыу өсөн бетон изделиелар етештереү менән дә мәшғүл.

Ысынлап та, Баймаҡ коммуналь хужалығына һалынған бурыстар ғәйәт ҙур. Ҡышҡыһын юлдарҙы, аллея-скверҙарҙы ҡарҙан таҙартыу, сүп-сар йыйыу һәм сығарыу менән булышһа, яҙғыһын иһә ҡар һыуҙарын ағыҙыу өсөн юлдарҙағы торбаларҙы, күперҙәрҙе таҙартыу, юлдарҙы ремонтлау, ҡырсынташ түшәү, ҡоро ағастарҙы ҡырҡыу һәм сығарыу, барлыҡҡа килгән рөхсәт ителмәгән ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү, баҡсаларҙы, парктарҙы, аллеяларҙы йәшелләндереү, ҡый үләндәрен сабыу, ҡыу ағастарҙы ҡырҡыу кеүек сараларҙы атҡара. Йәй һәм көҙ айҙарында ла иһә предприятие хеҙмәткәрҙәре төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, буяу-аҡлау эштәре менән мәшғүл. Юл билдәләрен урынлаштырыу һәм ремонтлау, автомобиль юлдарын һепереү һәм һыу һиптереү, юл һыҙаттары һалыу, парк, сквер, аллеяларҙы тәртиптә тотоу, урамдарҙы яҡтыртыу, светофорҙарҙы хеҙмәтләндереү ҙә байтаҡ көс талап итә. Быйыл иһә федераль һәм республика программаларына ярашлы башҡарыласаҡ эштәргә лә улар йәлеп ителә. Йәмәғәт урындарына бәҙрәфтәр ултыртыу, биләмәләрҙе йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү кеүек бурыстар һалына. Һанап киткән был эштәрҙең артында мастер Вилүр Мәжитов, баш инженер Фәнил Мортазин, трактор машинистары Айытбай Фәйзуллин, Дамир Әхмәров, водителдәр Сәйет Ҡашҡаров, Сәхиулла Йәнбирҙин, Александр Пичугин, Александр Ромашко, Ғәлимйән Рәхимғолов, эшселәр Ринат Үлйәбаев, Булат Исламов, Руслан Вәлиев, Айҙар Моталлапов, Рөстәм Ғәлиуллин, Игорь Любимовтар тора.

Фото: машинист Дамир Әхмәров

Юл эшселәре: Ринат Үлйәбаев, Булат Исламов, Айҙар Моталлапов, Рөстәм Ғәлиуллин, Игорь Любимов.

Читайте нас: