Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
10 Март 2021, 10:35

Юлдар ҡарҙан таҙартыла

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса яуаплы ойошмалар тарафынан ҡар таҙартыу эштәре башҡарыла. Баймаҡ юл-төҙөлөш идаралығындағынан 21 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡала урамдарын таҙартыуҙа 9 техника эшләй.

Районда насар һауа шарттары һаҡлана. Башҡортостанда алдағы ике көндә һауа торошоноң һәм көндәрҙең боҙолоуы көтөлә. Һауа температураһы йәнә урыны менән 28-гә тиклем түбәнәйәсәк. Ҡар яуасаҡ, буран көтөлә. Юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ һаҡланасаҡ.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса яуаплы ойошмалар тарафынан ҡар таҙартыу эштәре башҡарыла. Баймаҡ юл-төҙөлөш идаралығындағынан 21 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡала урамдарын таҙартыуҙа 9 техника эшләй. Күп фатирлы йорт ихаталарында 1 техника һәм 10 урам һепереүсе яуаплылыҡты алған. Әлеге ваҡытта төп юлдар асыҡ, ауылдарҙа ла юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса эштәр алып барыла.

Читайте нас: