-2 °С
Ҡар
“Республикала күп ҡатлы йорт подъездарын комплекслы ремонтлау” программаһы буйынса Баймаҡта төҙөкләндереү эштәре башланды. Был тәңгәлдә ҡаланың күп фатирлы йорттарының 28 подъезында эштәр башланды. Уларҙа тәҙрәләр алмаштырылған да инде. Шулай уҡ ингән һәм тамбур ишектәре яңыртыласаҡ, бетон баҫҡыстар ремонтланасаҡ, стеналарҙы биҙәү эштәре барасаҡ, почта йәшниктәре һәм электр лампалары алмаштырыласаҡ.
Бары тик баймаҡтарҙан хужаларса ҡараш талап ителә. Был йорттарҙа һеҙ йәшәйһегеҙ. Бысратыуға һәм емереүгә юл ҡуймағыҙ.