Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
11 Ғинуар 2021, 17:50

Бынан ары комиссия алынасаҡ

Ғинуарҙан алып Башҡортостан халҡына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән саҡта комиссия ла түләргә тура киләсәк.

Ғинуарҙан алып Башҡортостан халҡына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән саҡта комиссия ла түләргә тура киләсәк. Әгәр быға тиклем банк комиссияһы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр тарифы эсенә индерелгән булһа, 2020 йылдың 13 сентябренән алып Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, хеҙмәттәр поставщигына банк йәки башҡа ойошмалар аша түләгән саҡтағы сығымдарҙы тарифҡа индереү тыйылды.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҡағиҙәләре былтыр 13 сентябрҙән үҙгәрҙе. Көҙҙән комиссияны тик электр менән тәьмин итеүсе компаниялар (ЭСКБ) ғына ала башлағайны. Башҡалар иһә йыл тамамланғансы комиссия алмай торорға ҡарар итте. Хәҙер иһә, 1 ғинуарҙан иҫәптәрҙе банктар, шул иҫәптән банктарҙың мобиль ҡушымталары, түләү агенттары һәм Рәсәй Почтаһы аша түләгән саҡта комиссия алынасаҡ. Уның күләме түләү суммаһының ике процентын тәшкил итә.
Фото: respectrb.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: