Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
4 Сентябрь 2020, 17:33

Уларҙың хеҙмәтендә – йәшәйешебеҙ көҙгөһө

6 сентябрь - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Уларҙың хеҙмәтендә – йәшәйешебеҙ көҙгөһө
Сентябрь айының тәүге йәкшәмбеһе нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Тотош Рәсәйҙең, шул иҫәптән республиканың һәм районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше күп осраҡта туранан-тура яғыулыҡ-энергетика комплексының уңышлы эшләүенә бәйле. Йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән “зәңгәр яғыулыҡ” халыҡ хужалығы тармаҡтарын энергия ресурстары менән тәьмин итеүгә тос өлөш индерә.
Газ менән тәьмин итеүсе Баймаҡ участкаһы 1971 йылда ойошторола. Ә инде “зәңгәр яғыулыҡ” беҙгә тағы ла һуңғараҡ – 1995 йылда ғына килеп етә. Тәүге йылдарҙа газ дөйөм ҡаҙанлыҡтарға тоташтырыла. Һуңынан ғына шәхси йорттарға ла газ селтәрҙәре һуҙыла башлай. Бөгөн “Газпром Өфө газ бүлеүсе” акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы 8375 абонентты хеҙмәтләндерә. Улар ҡарамағында 610 километрға һуҙылған газ селтәре.
Сибай филиалының Баймаҡ участкаһы иһә беҙҙең ҡала һәм ауыл халҡына тулы шарттар тыуҙырыу өсөн бар көсөн һала. Быйыл Беренсе Этҡол, Ғәҙелбай, Ғүмәр, Түбә ауылдарында - йорттарҙы, Мерәҫтә һәм Сыңғыҙҙа - мәктәптәрҙе, шулай уҡ Сыңғыҙ һәм Баймаҡ ҡалаһының мәсеттәрен “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Һандар теле менән әйткәндә, йыл башынан 180 техник тоташтырыу булған. Шул уҡ ваҡытта 185 шәхси йортҡа газ ингән. Бөгөн 90 километрҙа урамдағы газ селтәрҙәрен буяу эштәре бара. Бөгөн газсылар алдында газ хужалығын көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә тулыһынса әҙерләү бурысы тора.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 25 октябрендә донъя күргән 656-сы ҡарарына ярашлы, ҡайһы бер ҡатлам граждандарға өйҙәрен газ селтәренә тоташтырыу өсөн 60 мең (күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, инвалидтарға) йәки 100 мең һумға (Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып инвалид булып ҡалыусыларға) сертификаттар бирелә. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә лә 100 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был уңайлыҡтарҙы баймаҡтар тулы кимәлдә файҙаланып ҡалһын өсөн Баймаҡ участкаһы хеҙмәткәрҙәре бар көсөн һала.
Ғөмүмән, коллективта бай тәжрибә туплаған, үҙ эшенең асылын яҡшы аңлап, фиҙаҡәр хеҙмәт иткән белгестәр тупланған. Бәлки, шуның өсөн дә Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары ҙур теләк менән практика үтеү өсөн тап ошо предприятиены һайлай. Үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеүселәр, уҡыу йортон тамамлау менән, бында хеҙмәт юлын дауам итә. Әйткәндәй, коллективта тап ошо уҡыу йортон тамамлаусылар күп. Йәштәрҙең остаздары булып һаналған оҫталар ныҡлы терәк күрһәтә. Слесарҙар Сергей Пермяков, Рөстәм Исмаҡов, Илфат Яратов, Ҡыуандыҡ Сәғитов, Иршат Ишмырҙин, водитель Айҙар Тләвкәбулов, тышҡы газ селтәрен монтажлаусы Данир Йылҡыбаев, иретеп-йәбештереүсе Рөстәм Әминев һәм башҡалар хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Эштәре хәүеф менән бәйле булғанлыҡтан, белгестәр даими рәүештә белемдәрен камиллаштыра.
Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең барыһын да һөнәри байрамдары уңайы менән ихлас ҡотлап, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Читайте нас: