Республикала быйыл урамдарҙы яҡтыртыу өсөн 15590 мең лампа алынасаҡ, уның өсөн бюджеттан 333,3 миллион һум аҡса бүленә. Ошо хаҡта БР-ҙың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса министры – вице-премьер Борис Беляев республика Хөкүмәтенең кәңәшмәһендә белдерҙе.
Конкурс процедуралары үҙәкләштерелгән система менән үтәсәк. 4 майға тиклем килешеүҙәр төҙөләсәк. Был тәңгәлдә барлыҡ саралар 31 октябргә тамамланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта подрядсыларға электр лампаларының сифатын тикшергәндән һуң ғына эш хаҡы түләнәсәк.
Уҙған йылда Республика Башлығы Радий Хәбиров сифатһыҙ лампалар ҡуйғандары өсөн подрядсы кампанияларға түләүҙе туҡтатыу тураһында әмер биргәйне. Контроль тикшереүҙәр шуны күрһәтте: республиканың өс районында урынлаштырылған лампалар тейешле талаптарға яуап бирмәгән. Ошондай уҡ етешһеҙлектәр башҡа райондарҙа ла күҙәтелгән. Шунлыҡтан муниципаль берәмектәр претензия-дәғүә эштәрен башлаған.
Был тәңгәлдәге эштәрҙе атҡарып сығыуҙы Радий Хәбиров үҙ контроленә алған.