Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
27 Февраль 2020, 17:30

2020 йылда Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙың 3382 подъезы ремонтланасаҡ

Бөгөн БР-ҙың Төбәк операторы 2591 подъезға техник тикшереү уҙғарған, 1897 объект буйынса смета төҙөгән.#национальныепроекты

2020 йылда Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙың 3382 подъезы ремонтланасаҡ. БР-ҙың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса министры – вице-премьер Борис Беляев республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдерҙе. Республика программаһына ярашлы төҙөкләндереү алып барыласаҡ подъездарҙың исемлеге муниципаль берәмектәр менән берлектә төҙөлгән. Бөгөн БР-ҙың Төбәк операторы 2591 подъезға техник тикшереү уҙғарған, 1897 объект буйынса смета төҙөгән.

Әйтергә кәрәк, программаны тормошҡа ашырыу өсөн алып барылған әҙерлек эштәрендә 27 подъезда һаулыҡтары яғынан сикләүҙәр булған граждандарҙың йәшәүе асыҡланған. Һөҙөмтәлә уларҙа пандустар ҡуйыу мөһимлеге килеп баҫҡан. Шул маҡсаттан 2,7 млн һум сығым талап ителә. Радий Хәбиров кәрәк сумманы мотлаҡ бүлергә кәрәклеген белдерҙе.

Читайте нас: