-3 °С
Ҡар
“Башҡорт ихаталары” республика программаһы Баймаҡта яҡшы тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында былтыр ҡаланың бер нисә күп ҡатлы йорт ихата алды төҙөкләндерелде. Программа быйыл да дауам итә. Уның өсөн быйыл республика бюджетынан 2 миллиард һумға яҡын финанс бүленәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итәләр.
Программаның үҙенсәлеге шунда – беренсе сиратта башҡарылған барлыҡ сараларҙың сифаты тикшереләсәк. Бары тик шунан һуң ғына аҡса күсереләсәк. Муниципаль берәмектәрҙә төҙөкләндереләсәк ихаталарҙың дизайн проекты яҡланған. Барлыҡ эштәр май айында ғына башланасаҡ