-3 °С
Ҡар
Ҡыш – ҡышлығын итә башланы. Һуңғы көндәрҙә яуып-өрөп торған ҡар, ҡарлы-ямғыр торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары алдына һынау ҡуйҙы. Юлдарҙа Башҡортостан Республикаһы бюджетынан алынған ике техника: автогрейдер һәм ХТА-208.1 тәгәрмәсле тракторы эшләй башланы. Улар ҡышҡы осорҙа башлыса автомобиль юлдарын ҡарҙан таҙартыуға йәлеп ителәсәк. Кисә баймаҡтарға ярҙамға тағы ла бер техника килде. Ҡала урамдарын саңдан, ҡомдан, ваҡ таштан, япраҡтан таҙартыу буйынса махсуслашҡан КО-318 автомобиле алынды. Быларҙың барыһы ла ҡала халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.