Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
28 Ноябрь 2019, 16:45

Ишембайға барҙыҡ беҙ

Кеше фото төшөр өсөн ниндәй урын һайлай? Дөрөҫ, иң матур ерҙе. Мин үҙем дә ғүмерҙә лә ҡый-һай алдында фотоға төшөрмөн тип уйламаған инем. Нисек кенә көлкө яңғырамаһын, мин генә түгел, ә беҙҙең менән бергә Ишембай ҡалаһындағы ҡый-һай сортировкалау полигонына барған Баймаҡ делегацияһындағы һәр кем матур-матур итеп теҙеп һалынған ҡый алдында фотоға төштө.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә ҡайһы бер ауыл биләмәләре башлыҡтарынан, ҡала һәм ауылдарҙың иң әүҙем активистарынан торған баймаҡтар сүп-сарҙы сортировкалау заводының эшмәкәрлеге менән танышып ҡайтты. Беҙҙе “ЭКО-СИТИ” ЯСЙ-һының генераль директор урынбаҫары Наил Шәйхетдинов һәм “ЭКО-СИТИ” төбәк операторының генераль директоры урынбаҫары Роман Насыров оҙатып йөрөнө.

Инвесторҙың ярҙамы менән 2016 йылда файҙаланыуға тапшырылған завод 14 гектар майҙанда урынлашҡан. Тәүлегенә 200 мең тонна ҡый-һай ҡабул итергә ҡеүәтле. Ләкин әлегә 100-100 тонна ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары килә. Бөгөн завод Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡын хеҙмәтләндерә.

Ишембайға барған эш сәфәре тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ. Ә әлегә беҙҙең эш сәфәренең фотолары менән танышығыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Читайте нас: