Иртәгә туй... Айгөл бәхетле... Һөйгәненә, күңеле йөрәге менән һайлап алған егетенә кейәүгә сыға... Көҙгө алдында көнөнә ҡырҡ әйләнеп үҙенә үҙе һоҡланып,буласаҡ тормош иптәше Марат менән икәүһенә бәхетле киләсәк, мөхәббәттә төрөнөп йәшәргә бәхетле ғүмер юрай үҙенә.... Эй Хоҙайым! Беҙ юраған бәхет беҙҙе урап үтмәһә ине лә...
Иртәнсәктән бөтәһе лә мәж киләләр, туйға инде бөтә нимә тулыһынса әҙер булһа ла, әсәһе ул был ваҡ төйәкте тағы бер нисә тапҡыр барлап теүәлләп ҡуйҙы, Айгөл әхирәт ҡыҙҙар менән үҙ бүлмәһендә, кемеһе биҙәндерә, кемеһе сәсен рәтләй,кемеһе туй күлдәген кейергә ярҙам итә.
-Айгөл, һин бәхетлеме? Яратып сығаһыңмы Маратҡа кейәүгә?, был һорауҙарҙы уның иң яҡын әхирәте Гөлшат теҙҙе Айгөлгә...
-Гөлшат әхирәткәйем,был ни тигән һүҙең? Әлбиттә мин яратам Маратты, мин бәхетле...
-Ә Айрат? Айратты һин оноттоңмо?
-Гөлшат, минең өсөн Айрат юҡ! Булды, бөттө,оноттом! Зинһар был турала башҡаса һүҙ күтәрмә!... Ике әхирәт һүҙһеҙ ҡалдылар бер нисә минутҡа...
Беренсе мөхәббәтте оноторға мөмкинме һуң? Юҡ, әлбиттә! Тик үткәндәрҙе һағынып, емерелгән хыялдар менән тормош көтөп булмай бит.
Айрат менән Айгөл уҡыу йортонда таныштылар. Уларҙың мөхәббәтенә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр, бәхетле пар һеҙ, тип көнләшеп ҡараусыларҙа булманы түгел. Уларҙың араһына бер ҡыҙ төштө, Айгөл ял көндәре ауылға ҡайтҡан саҡта Айратты иҫертеп йоҡлаған, Айрат үҙе үкенеп ғәфү ит мине тип инәлгәс, ул хыянатты ла оноторға риза ине, тик теге ҡыҙ мин ауырлы тип хәбәр ебәрҙе.
Шул хәлдән һуң Айгөл араларҙы туҡтатты,ни тиклем генә өҙөлөп яратһа ла үҙ үҙен еңеп, мөхәббәте Айрат менән хушлашыуҙы дөрөҫ тип һынаны. Аҙаҡ төштәрендә күреп уянып,шылтыратырга теләгән саҡтары ла әҙ булманы, тыйҙы үҙен. Был хәлгә инде өс йыл ваҡыт та үтеп китте.
Марат менән танышҡас яйлап барыһы ла онотолдо кеүек. Икәүһе бер ҡалала эшләйҙәр, йыш күрешәләр, Марат уға төрлө бүләктәр ебәрә,кино,парктарҙа ваҡыт үткәрәләр, быйыл көҙгө матур көндәрҙең береһендә туй үткәреп,бер береһенә ҡайғы шатлыҡлы минуттарҙа терәк булып бергә йәшәргә теләк белдерҙеләр йәштәр.
Туй мәжлесе асылды,ҡоҙа ҡоҙағыйҙар менән танышыу дауам итте. Мәжлесте алып барыусы,-йәштәрҙе кейәү егетенең бер туған ағаһы Айрат менән еңгәһе Руфина ҡотлай,тип иғлан иткәс кенә Айгөл үҙенең беренсе мөхәббәтен танып ағарынды,тамағына килеп тығылған төйөрҙө йота алмай аҙапланды.ошо минуттарҙа бөтә байрамды туҡтатырға,барыһын хәтеренән юйып ташларға теләй ине ул.Марат күпме генә инәлһә лә үҙе теләмәне бит туйға тиклем уларға барып, ата әсәһе, туғандары менән танышып күрешеп ҡайтырға, алдан белһәм улар бер туғандар икәнен сыҡмаҫ инем кейәүгә тип өҙгөләнде ул. Уның өсөн туй йәме юғалды, бөтә байрамды ситтән генә күҙәтеп торған ят кеше һымаҡ хис итте үҙен, матур матур теләктәр менән ҡотлауҙарҙы ла ишетмәне.
Туй үткәс тә шаңҡып ике көн ҡәйнә өйөндә йөрөнө лә, ҡапыл ғына,мине эшкә саҡырттылар тип кире ҡалаға йыйына башланы. Марат, һин бит отпускала тип әйтеүендә тыңларға теләмәне.
-Аһ килен, иртәгә кискелеккә Руфина еңгәйең ҡунаҡҡа саҡыра, һеҙҙең өсөн кеше табын йыйа, улай килешкән эш түгел инде, тиеүенә,
-Ҡунаҡтың һуңғыһы түгелдер әле, беҙҙең өсөн генә булһа әҙерләнеп тормаһын, миңә китергә кәрәк, тип ҡоро ғына яуап бирҙе.
Кәләшенең был холҡон аңламаған Марат артыҡ ныҡышманы, -ярай әтеу, Айрат агайым менән үҙебеҙ илтеп ҡуйырбыҙ,тип ағаһына юлланды.
Бер сәғәт үтеүгә улар юлда инеләр инде.агайлы ҡустылы икәү үҙ ара юҡ бар хәбәрҙәр менән бүлештеләр,артта ултырған Айгөл йоҡлағанға һалышып күҙ йомоп барһа ла, рульдәге Айраттың уға көҙгө аша йыш йыш күҙ һалып алыуын һиҙеп барҙы. Айгөлдө тағы үткәндәр, Айрат тип йән атып һөйөү утында янған мәлдәре уратып алды,Айратты һаман онота алмай яратыуын, Маратты бары Айратка оҡшатып күңел баҫыуын,уны бер ҡасан да Айратты яратҡан кеүек ярата алмаясағын аңланы. Бына бына тулып түгелергә әҙер күҙ йәштәрен тыйып тотоу уға еңел түгел ине был минуттарҙа.
Ике бер туған, икәүһе лә берҙәй ҡәҙерле лә, икәүһен дә берҙәй күрә алмаҫлыҡ хәлдә ине ул ошо ваҡытта...
Егеттәргә ауылдан килгән күстәнәстәр менән ашыҡ бошоҡ өҫтәл әҙерләп сәйгә саҡырҙы,асыҡманым, ашағы килмәй тип үҙе йыуыныу бүлмәһенә инеп бикләнде, һалҡын душ аҫтында күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Һалҡынса һыу күҙ йәштәрен йыуып төшөрһә лә, йөрәк әрнеүен,баштағы буталсыҡ уйҙарҙы йыуып бөтә алмай шул...
Йәштәргә иркенләп хушлашырға мөмкинселек бирергә теләпме, әллә Айгөлдөң моңһоу йөҙөнә тыныс ҡарай алмағанғамы Айрат тиҙ арала хушлашып,-мин машинала көтәм, ҡабаланма тип ҡустыһына,сығырға ашыҡты.
-Ни булды, бәләкәсем? Ниндәй уйҙар борсой һине, нимәгә ауылдан китергә ашыҡтың?, тип Марат Айгөлдө ҡосаҡлап, һыу сәстәренән үбеп һорауҙарын бирә, Айгөлдөң бер яуап,-бөтәһе лә һәйбәт, бер нимәлә үҙгәрмәне, эшкә саҡырттылар.
-Ауылдағы ваҡ төйәк эште бөтәм дә килеп етәм, бер аҙна тирәһе ваҡыт үтер инде, көт мине Айгөл!,тип,ирендәр ҡушылды,Марат айырылырға теләмәһә, Айгөл киреһенсә тиҙерәк яңғыҙ ҡалырға ашыҡты.
Уйҙар... Мең төрлө уйҙар... Нисек? Ниңә улай? Артабан нисек йәшәргә? Бер ғәйепһеҙ Марат алдында нимә тип аҡланырға? Дөрөҫөн һөйләһәм ышанырмы?Айратҡа үс итеп миңә кейәүгә сыҡтың тимәҫме?.... Һорауҙар күп, яуаптар ғына юҡ...
Тынғы бирмәгән уйҙарынан арып,таңға ҡарай ғына йоҡлап киткән Айгөлдө ишектәге звонок уятты, үрелеп телефонын алып сәғәт ҡараны, сәғәт яңы унынсы, кем йөрөй икән? Бөтмәҫ йомоштары менән күрше ҡарсыҡтыр, ҡыҙым,аптеканан шундай шундай дарыу ғына алып ҡайтып бир әле тип, йә булмаһа бесәйемә ашарға бөткән, магазинға сыҡһаң ал әле тип әҙ мөрәжәғәт итмәй бит... Әй, көтөр ҙә әҙерәк,китер. Һуңыраҡ үҙем инеп хәл белермен, тип ул торорға ашыкманы,ишектәге звонок тынмай,бик настырный әҙәм күренә, ай һай күрше түгел был, тип өҫтөнә йоҡа халатын эләктереп кенә, һөйләнә һөйләнә ишекте асып ебәргәс, үҙ күҙенә үҙе ышанмай артҡа сикте, Айрат!
-мөмкинме?
Айгөл бер һүҙ өндәшмәй, ишекте асыҡ ҡалдырып аш һыу бүлмәһенә үтте, үтергәме юҡмы тип баҙап ҡалған Айрат оҙаҡ уйламай уның артынан эйәрҙе.
-ниндәй йомош менән килдең? Тәҙрәнән күҙен алмай, артына әйләнеп ҡарамай ғына өндәште Айгөл.
-Йомош та түгел. Һине күрергә, һинең менән һөйләшергә теләп килдем. Белдеңме Марат минең бер туғаным икәнен туйға тиклем? Миңә үсләшеп, һин булмаһаң ҡустың бар әле тип уйланыңмы? Беләһең бит мин һаман һине яратыуымды, һин төшөмә кермәгән төнөм, һине уйламаған көнөм юҡ. Нисек итеп мин һиңә "килен" тип өндәшергә тейеш? Мин һине үҙ туғанымдан көнләшәм,сөнки һаман яратам! Онота алмайым....
-Шулмы әйтер һүҙең? Юҡ, белмәнем! Белһәм әгәр сыҡмаҫ инем! Үткәндәрҙе мин дә онотманым, оноторға мөмкин дә түгел! Шул ваҡыттағы һинең бер хыянатың нисә кешене бәхетһеҙ итте? Һин... мин...Марат...Руфина...ата әсәйҙәр.... Атайым әсәйемә, бер ғәйепһеҙ Маратҡа мин нимә әйтергә, улар алдында нимә тип аҡланырға мин тейеш? Йә, улай бик аҡыллы булғас әйт миңә!? Өйрәт! Бар, ҡустың менән үҙең һөйләш, аңлат уға, Айгөлдө мин яратам, Айгөл мине тигән, Руфина менән дә аңлашырға онотма,тип ярһыны Айгөл,-ҡурҡма, һеҙҙең тормошҡа ҡыҫылмам!,,,Марат менән аңлашырмын, әммә артабан уның менән бергә ҡала алмайым, ул бәхетле булырға тейеш! Ә хәҙер, бар, ишек ҡайһы яҡҡа асыла икәнен иҫләйһеңдер, тине бер аҙ тынысланып. Айраттың башҡаса әйтер һүҙе табылманы, һаман арҡаһы менән торған Айгөлдөң өнһөҙ генә илауын уның яурындары аша һиҙеп, өндәшмәй генә арттан һығып ҡосаҡланы,сәстәренән, уның асыҡ елкәһенән үбеп , үҙенә ҡарай бороп,-ила, бар йыйылған асыу нәфрәтеңде түк...тыйма үҙеңде...,ила...,туйғансы ила,күңелең бушанһын тип түшендә ҡыҫты Айгөлдө.Айгөлгә шул ғына кәрәк ине, ул Айраттың ҡосағында уның түшенә башын терәп түгелеп иланы ла иланы, әйтерһең үҙенә йәлләүсе,яҡлаусы тапты...
Айрат Айгөлдөң сәсенән һыйпап, йәшле күҙҙәренән үбеп йыуатты, ҡулдары уның арҡаһы буйлап йүгерҙеләр, ҡасандыр бергә типкән йөрәктәр ҡушылды, бер береһенең наҙына сарсаған ирендәр табышты, ике ғашиҡ бөтә хәсрәттәрен ваҡытлыса онотоп хистәргә ирек бирҙеләр. Аҡылы менән юҡ, ярамай тиһә, күңел нәфсеһен тышап тоторлоҡ,йөрәккә бойорорлоҡ хәлдә түгел ине улар...
-Айгөл
-Әү
-Үкенәһеңме ошо бергә үткән татлы минуттар өсөн?
-Юҡ.
Бергә үткән бер нисә генә сәғәт ваҡыт шул һөйләшеү менән тамамланды.
Айрат иртәгәһен тағы килде, ике ғашиҡ тағы ла бер береһенә, һөйөү хисенә бирелделәр.
Өсөнсө көн килгән Айратҡа ишек асыусы булманы, сәғәт ярым ишек төбөн тапалап, көтөп арып ул кире ҡайтыр юлға сыҡты. Был ваҡытта Айгөл яратҡан кешеһен, ата әсәһен, ире Маратты ҡалдырып Мәскәү ҡалаһына юл тотҡан ине...
Бөтәһе лә көтмәгәндә генә шулай хәл ителде. Икенсе көн Айрат нәфсеһен ҡандырып, тағы бер һүҙһеҙ ҡайтып киткәс, Айгөл үҙендә ниндәйҙер күңел бушлығын һиҙҙе, уға бер кем дә кәрәкмәй, ошо минутта бер ниндәй уй ҙа борсомай икәнен аңланы. Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөгән, әллә ҡасандан Айгөлдө ҡунаҡҡа саҡырып арыған әхирәтенә шылтыратып,-әхирәт, ҡаршы ал, юлға сығам, тип һөйөнсөләне. Әсәһенә шылтыратып үҙе хәлен аңлатып ғәфү үтенде. Маратҡа күңел түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен йәлләмәй оҙон итеп хат яҙҙы, уның менән булған яҡты саф минуттар өсөн рәхмәт әйтеп,ғәфү итә алмаҫыңды беләм, шулай ҙа ғәфү үтенәм, эҙләмә, оноторға тырыш, бәхетле бул, һин бәхетле булырға тейеш!,тип хушлашты.
Шул сығып китеүенән ауылға ҡайтып, кеше күҙенә күренеп йөрөмәне ул. Ауыр саҡта әхирәте ярҙам ҡулы һуҙҙы, яңғыҙ әсә ҡыҙы менән урам уртаһында ла ҡалманы. Бөтә булған күңел йыуанысын ҡыҙында тапты,Мараттың ҡыҙымы, әллә Айраттыҡымы ул, уның өсөн мөһим түгел ине....