Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Егет һүҙе (хикәйә)

Тынлыҡты Таһир боҙҙо:— Эх, егет һүҙе бирмәһен ине, исмаһам,— тип көрһөндө.— Улай тигәс, килер, көтәйек. Бәлки, бер мөһим эш килеп сыҡҡандыр,— тине Сәғит.Әммә, күпме көтмәһендәр, Наил килмәне. Малайҙарҙың өмөтө тамам өҙөлдө...

Егет һүҙе (хикәйә)
Егет һүҙе (хикәйә)

Бөрйән Байым (хикәйә)

Һуңғы дәрес бөтөүен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Наил ашыҡ-бошоҡ әйберҙәрен йыя башланы. Ашығыуының сәбәбе билдәле: кисә ағаһы уға ҡаланан яңы саңғылар алып ҡайтҡайны, шуларҙы һынап ҡарарға ҡабалана. Уның эргәһенә отряд командиры Таһир килде:
— Наил, туҡта әле, йомош бар!
— Йә, һөйлә йәһәт, мин ашығам,— тине Наил, сабырһыҙланып.
— Һиңә бер үтенес, Наил. Беҙ, малайҙар, төштән һуң 8 Мартҡа арналған гәзит сығарабыҙ. һин —- синыфта иң яҡшы һүрәт төшөрөүсе, беҙгә ярҙам ит, Эше күп түгел: бер- ике һүрәт яһарһың да гәзиттең башын яҙырһың. Кил, йәме?
Иң яҡшы уҡыусының, етмәһә, отряд командирының шулай инәлеп тороуы бик тә оҡшап ҡалды Наилға. Үҙ баһаһын артабан күтәрергә теләп, киреләнгән булды:
- Юҡ, булмай, Өйҙә эшем күп.
— Тыңла инде, Наил! Байрам менән апайҙарҙы ла, ҡыҙҙарҙы ла ҡотларға кәрәк тәһә?
— Булмай. Эшем күп, тинем бит.
Наил, сумкаһын алып, ишеккә ыңғайланы.
— Тыңла инде, Наил! Ваҡытыңды күп алмабыҙ. Һис юғында гәзиттең исемен генә яҙып китерһең?
Таһир Наилдың юлына арҡыры торҙо.
— Ну, ярай. Исемен генә булһа, яҙырмын.
— Егет һүҙеме?
— Егет һүҙе! Килермен.
Сумкаһын иңбашына һалып, Наил тышҡа ашыҡты.
Күп тә үтмәне, ул, яңы саңғылары менән буран туҙҙырып, урамдан уҙа ине. Тиҙ арала малайҙар йыйылып китте. Яңы саңғыларҙы һынау оҙаҡҡа һуҙылды...
Ә был ваҡытта мәктәптә синыфташ малайҙары түҙемһеҙлек менән Наилды көтә ине. Мәҡәләләр, ҡотлауҙар яҙылып бөттө. Эш һүрәттәрҙә һәм гәзиттең исемен яҙыуҙа ҡалды, ә Наил юҡ та юҡ. Көтә торғас, гәзиткә исем уйлай башланылар.
— «Осҡон»,— тип тәҡдим яһаны Морат,
— Бармай, ул өсөнсөләр гәзитенең исеме,— тип ҡаршы тештә Таһир.
— «Ялҡын» булһын,— тип ҡушылды Сәғит.
— Тапалған исем, яңырағын, мәғәнәлерәкте эҙләйек,— тип ризалашманы Ғәҙел.
— Улайһа «Алмашсы» булһын,— тине Морат.
— Ул бит дүртенселәр гәзитенең исеме.
— «Йондоҙ».
— «йәйғор».
— «Аҡбуҙат».
Малайҙар араһында ҡыҙыу бәхәс ҡупты. Ахыры, бер фекергә килә алмай тынып ҡалдылар.
Ә ваҡыт үтә торҙо. Ул һәр кем өсөн дә ҡәҙерле: дәрес әҙерләйһе бар, ейҙә хужалыҡ эштәре лә күп — тиҙерәк ҡайтырға ине, тик Наил һаман юҡ. Ул булһа, бәлки гәзиттең исемен дә табышыр ине. Уны-быны уйлап табырға ла һәләте бар уның.
Тынлыҡты Таһир боҙҙо:
— Эх, егет һүҙе бирмәһен ине, исмаһам,— тип көрһөндө.
— Улай тигәс, килер, көтәйек. Бәлки, бер мөһим эш килеп сыҡҡандыр,— тине Сәғит.
Әммә, күпме көтмәһендәр, Наил килмәне. Малайҙарҙың өмөтө тамам өҙөлдө. Шулай күпмелер ултырғас, ҡапыл Морат һикереп торҙо:
— Таптым! Гәзиттең исемен таптым!
— Йә, йә?
Морат дуҫтарына үҙенең уйын әйтте. Уның тәҡдименә барыһы ла шатланып риза булды. Дәртләнеп киткән Хөрмәт тәүәккәлләп ҡулына ҡәләм алды. Тиҙҙән, ниндәйҙер сер бүлешкәндәй, биш малай өҫтәлгә эйелде...
Көн буйы саңғыла йөрөп, арып ҡайтып йоҡлаған Наил икенсе көндө дәрескә һуңлап килде. Инеү менән, уның күҙе ҡаршылағы стена гәзитенә төштө. Гәзиттең башына ҡыҙыл буяу менән «Егет һүҙе» тип яҙылғайны.
Шул саҡ кисәге биргән вәғәҙәһе иҫенә төштө. Оялыуҙан ҡаушап, сумкаһын төшөрөп ебәрҙе. Быны уҡытыусы башҡасараҡ аңланы, буғай:
— Ярай инде, ҡыҙарма. Ултыр, әммә башҡаса һуңлама,— тине.
Наил, башын баҫып, урынына барып ултырҙы.

 

1996 йыл
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: