Кеше тәбиғәте менән бик көслө бит ул! Тормош ҡуйған һынауҙар алдында бөгөлөп төшөргә әҙер торғанда ла ул ҡабаттан аяғына тороп баҫырға көс таба. Мерәҫ ауылынан Әбделмәлик Ишморатов бала саҡтан ауырлыҡтар менән сынығып үҫә. Башта – әсәһенән, унан атаһынан тороп ҡала. Үкһеҙ етемлектән уны үгәй әсәһе йолоп алып ҡала. Был ғына етмәгән, ғүмерлек тип һайлаған тормош юлдашы ла ҡапыл ғына мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Аллаһы Тәғәлә йәнә уға иң оло ҡайғыны – балалар ҡайғыһы бирә. Хоҙай кешегә үҙе күтәрә алған тиклем һынау бирә, тигәне, ахырыһы, хаҡтыр. Был юлы ла бөгөлөп төшмәй. Ҡайғыһын усына йомарлап, башкөллө эшкә сума...
Һүҙ Салауат Мөхәмәтшиндың “Ирәндектең сағыу ҡарағасы” китабының төп геройы тураһында бара. Китаптың исем туйы, уның авторы һәм төп геройы Әбделмәлик Ишморатов менән осрашыу кисәһе Мерәҫ ауылы клубында ойошторолдо. Сараға ветерандың ҡыҙы, туғандары, яҡындары һәм ауылдаштары саҡырылды. Тантана башында китаптың авторы һәм төп герой сәхнә түренән урын алды.
Сара Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт Хәфизов уҡыған аят менән башланып китте. Унан һүҙ китап авторы Салауат Мөхәмәтшинға бирелде. “Мерәҫкә йыш килә торғайным. Элекке колхоз хеҙмәткәрҙәрен биш бармағым кеүек беләм. Һәр ҡайһыһы миңә ҡәҙерле. Уларҙың береһенән дә насар һүҙ ишеткәнем булманы. Октябрь тирәһендә берәү шылтырата ине. Әбделмәлик ағай булған икән. Ул үҙенең тормош юлы тураһында китап яҙыуҙы һораны. Ҙур ғына дәфтәр алып килде. Бик ентекле, матур итеп яҙылған. Ул йылдарҙа йәшәгән халыҡты, тыуған йылдары, уҙған ваҡиғалар датаһы менән теркәлгән ине. Китапты яҙған саҡта мин уны бөтөнләй икенсе яҡтан астым. Ҡаһарман йөрәкле кеше тип әйтер инем. Әллә ҡасанғы туғандарын эҙләп табып, шуларҙың исемдәрен ташҡа баҫтырҙы”, -- тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан һүҙҙе китаптың геройы Әбделмәлик Ишморатов алды. “Бер көн тормош юлдашым менән бергәләшеп минең биографиямды яҙырға булып киттек. Уны яҙып бөткәс, китап итеп баҫтырып сығарыу теләге уянды. Электән сығарған китаптарын яратып уҡып барған авторыма -- Салауат Мөхәмәтшинға мөрәжәғәт иттем. Китапты ҡулыма алғас, ябай ғына тормошома биҙәктәр өҫтәлгәндәй булды. Дәртләнеп киттем, -- тип авторға күҙ йәштәре аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм хәтирәләргә бирелеп алды. -- Һәр эште үҙең аңлап, урын-еренә еткереп эшләр кәрәк. Ошолай иткәндә генә бәхетле булып була. 6 йәшем тулғанда – әсәйҙән, 14 йәштә атайҙан тороп ҡалдым. Ауырлыҡтар кисереп, етемлек һурпаһын эсеп, ҡайғыларҙы күп кисереп, ошо көнгә килеп еттем”.
Ветарандың ауылдаштары бер-бер артлы сәхнәгә сығып теләктәрен еткерҙе. Рафаэль Байрамғолов хәтирәләре менән уртаҡлашып: “Бер ваҡытта ла эшен илке-һалҡы башҡарманы. Мәлик ағай, һау ғына бул!” -- тине. Ә Рамаҙан Ямантаев төп герой менән Украинала бергә эшләгән икән. “14-16 сәғәт буйы һаламды пресҡа һалдыҡ”, -- тине ул. Ғүмере буйы токарь булып эшләгән Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова ла, мәғариф ветераны Мәрйәм Килдейәрова ла үҙҙәренә генә бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Тантана һуңында китап авторы Салауат Мөхәмәтшин ауыл китапханаһына һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһына “Әсә рухы” тигән китабын бүләк итте.
Тантаналы сара сәй табыны артында дауам итте. Уны төп геройҙың балалары һәм ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы әҙерләгән ине.
Эльмира Кейекҡужина.
Автор фотоһы.