Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ китапханасылары Грант отто!

Оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин#национальныепроекты

Райондың ике китапханаһы Грант отто!
Баймаҡ районы китапханаһы республикала айырым урын биләй. Улар китап фонды менән генә эшләп ҡалмай, береһенән-береһе сағыуыраҡ кисәләр, осрашыуҙар ойоштороуҙы ла маҡсат итеи ҡуйған. Бында, әлбиттә, Зилә Вәкил ҡыҙы етәкселегендәге китапханасыларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте ята.
Ошо көндәрҙә Билал һәм Ҡолсора ауылдары китапханасылары йыл да ойоштороп килгән "БР-ҙың иң яҡшы мәҙәни учреждениелары"
конкурсында еңеү яулап, һәр береһе 100 мең һумлыҡ Грантҡа лайыҡ булды. Улар китапханаларҙың матди-техник базаһын нығытыуға, китап фондын тулыландырыуға йүнәлтеләсәк.
Әйтергә кәрәк, Райхана Булатова (Билал менән Һәмән ауылдарын хеҙмәтләндерә) менән Гүзәл Мөхәмәтҡужина (Ҡолсора һәм Үрге Иҙрис) ошо системала оҙайлы йылдар эшләп, бай тәжрибә туплаған китапханасылар. Икеһе лә әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнашып, ауылдаштарын да үҙ арттарынан әйҙәй. Райхана Булатова менән Гүзәл Мөхәмәтҡужинаны оло еңеүҙәре менән ҡотлап, алдағы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: