Бөтә яңылыҡтар

Был китап һатыуға сығарылды!

Кейекбаева Т.Ә. Яҙмыштар сылбыры.

"Яҙмыштар сылбыры" тип исемләнгән был китап 100 йыл арауыҡтағы ваҡиғаларҙы тасуирлай.


Китап төбәгебеҙҙә булып үткән хәл-ваҡиғалар тураһында ауылдың оло кешеләре үҙҙәре иҫән саҡта һөйләгән һәм уларҙан яҙып алынған аудио-таҫмаларҙы тыңлап, уларҙың хәтирәләренә таянып, бөгөнгөһөн ауылдаштарҙың үҙҙәренән һөйләтеп, яҙылды. Шулай уҡ архив документтары, төбәк тураһында яҙма баҫмаларҙа сыҡҡан материалдар ҡулланылды.
Сыңғыҙ ауылының үткәне һәм бөгөнгөһө тураһындағы был китап күптәрҙең өҫтәл дәфтәренә әүерелер, тарихҡа битараф булмаған уҡыусы уны ҡат-ҡат ҡулына алыр, йәшәйешебеҙҙең үткәнен, хәҙергеһен, киләсәген байҡар, үҙенсә һығымта яһар тигән өмөттә ҡалам.
Ауылдаштарымдың күргән михнәттәрен, кисергәндәрен китап итеп яҙып, халҡымдың үткәненә һәйкәл ҡуйғым килде.
Китап тарих менән ҡыҙыҡһыныусыларға, халҡыбыҙҙың үткәненә һәм бөгөнгөһөнә битараф булмағандарға, киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.

Т.Кейекбаева.
Читайте нас: