Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Китап уҡыйыҡ бергәләп...
19 Февраль 2019, 19:42

Башҡорт халыҡ ижады. XXII том.

Башҡорт халҡының сатирик һәм юмористик әкиәттәре беренсе тапҡыр үҙ аллы том хәлендә нәшер ителә. Текстар һәм герой тибы тематик яҡтан төркөмләнеп, йөкмәтке үҙенсәлектәре буйынса эҙмә-эҙлелектә бирелә. Инеш мәҡәләлә был жанр күренешенең төп үҙенсәлектәре яҡтыртыла. Аңлатмаларҙа иһә уларҙың был үҙенсәлеге типологик анализ юлы менән аныҡлана.

Борон-борон заманда,

Күлдәр уймаҡтай саҡта,

Тауҙар түңгәктәй саҡта:

Кәзә – командир,

Өйрәк – үрәтник,

Күркә – дисәтник,

Бүре – бағауыл,

Ҡарғалар ҡарауыл

Булып торғанда;

Һайыҫҡандар – һанат,

Турғайҙар – һалдат,

Әтәстәр – әфисәр,

Тауыҡтар тылмас

Булып хеҙмәт иткәндә;

Арыҫландар – ат,

Йыландар – ҡамсы,

Төлкөләр яусы булып йөрөгән саҡта

Бер бабай бар ине, ти.

Ас ине, ти, туҡ ине, ти,

Яланбаш ине, ти,

Яланғас ине, ти,

Ике өйө бар ине, ти,

Береһе кешенеке ине, ти,

Береһе күршенеке ине, ти...

Бына шундай заман ине, ти...



Башҡорт халҡының сатирик һәм юмористик әкиәттәре беренсе тапҡыр үҙ аллы том хәлендә нәшер ителә. Текстар һәм герой тибы тематик яҡтан төркөмләнеп, йөкмәтке үҙенсәлектәре буйынса эҙмә-эҙлелектә бирелә.

Инеш мәҡәләлә был жанр күренешенең төп үҙенсәлектәре яҡтыртыла. Аңлатмаларҙа иһә уларҙың был үҙенсәлеге типологик анализ юлы менән аныҡлана.


Янылбикә Мөхәмәтйәнова.
Читайте нас: