Ышанып, мәғлүмәт ебәреп ҡуймағыҙ! Украин мутлашыусылары нығыраҡ әүҙемләшә бара: рәсми запрос һылтауында дәүләт предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәренән мәғлүмәт алыу өсөн Рәсәй домен зонаһының электрон почта сервистарын йышыраҡ ҡуллана башланы. Террорға ҡаршы милли комитет йәки Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте исеменән граждандарҙың почка йәшнигенә пилотһыҙ осоу аппараттары һәм FPV-дрондар йыйыу пункттарына, шундай келәттәрҙең урынлашҡан еренә, шулай уҡ ошондай эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән кешеләргә, ойошмаларға (ирекмән берләшмәләренә) бәйле мәғлүмәт биреү тураһында запростар килә. Был мутлашыусылар яуаптарҙы Террорға ҡаршы милли комитеттың һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең рәсми сайттарына, адрестарына оҡшаған ялған электрон адрестар буйынса ебәрергә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә алынған мәғлүмәттең диверсион акттар ойошторорға, шул иҫәптән пилотһын осоу аппараттары ҡулланып эш итергә юл асыуы ихтимал. Башҡортостандың барлыҡ халҡынан һәм ҡунаҡтарҙан иғтибарлы булыуҙарын, адрестары рәсми сайттарҙыҡы менән тап килмәһә, ниндәй ҙә булһа айырмалыҡ күҙәтелһә, электрон хаттарҙы асмауҙарын һорайбыҙ.
Иғтибар итегеҙ: Террорға ҡаршы милли комитеттың рәсми интернет-ресурсы – WWW.NAC.GOV.RU, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенеке — WWW.FSB.RU. Ә именлек органдары хеҙмәткәрҙәре документтарҙы электрон почталар аша таратмай. Әгәр билдәһеҙ кешеләр һеҙҙән ошондай мәғлүмәт һораһа, ниндәйҙер күрһәтмәләр бирһә, тиҙ арала Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының дежур часына ышаныс телефоны буйынса шылтыратығыҙ: 8 (347) 273-73-72.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.