Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Сентябрь 2025, 17:05

Ҡиммәткә төшкән танышыу

52 йәштәге ҡатындың аферистарҙан алданыуын шулай тип әйтергә булалыр. Ул танышыу сайты аша бер ир менән яҙыша башлай. Бер нисә аҙнанан ир ҡатындың финанс хәле тураһында "хәстәрлек күрә" башлай һәм дуҫы аша еңел генә аҡса эшләргә тәҡдим итә. Ҡатын уға ышанып, банктан, 1 миллион һум кредит алып, аҡса ебәрә. Үҙененең 146 мең һум аҡсаһын да өҫтәй.  

Ир уға "улай-былай" тотоноуыңа тип 41 мең һум аҡса ебәрә лә, унан ҙурыраҡ аҡса эшләү өсөн 5 миллион һум кредит алырға саҡыра. Шул саҡ ҡына ҡатын алданыуын аңлай. Ә бер миллион һум кредит алғанда банк хеҙмәткәре унан бер нисә мәртәбә "һеҙҙе аҡса алырға икенсе кешеоәр күндермәнеме?" тип һораған була.

Шулай, алданмайыҡ, уяу булайыҡ! 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас