Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
2 Август , 17:00

Тағы 18 миллион һум енәйәтселәргә осто

Мутлашыусылар ҡатынды, йәнәһе, уның исеменә кредит бирелмәһен өсөн аҡсаларын һаҡлап ҡалыу маҡсатында 2 миллион һумға яҡын аҡсаһын «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсерергә ышандырған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар Өфөнән 49 йәшлек ҡатын менән бәйләнешкә сыҡҡан. Башланғыс класс уҡытыусыһына улар үҙҙәрен ҡатын эшләгән мәктәптең директоры һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштыра.

Мутлашыусылар ҡатынды, йәнәһе, уның исеменә кредит бирелмәһен өсөн аҡсаларын һаҡлап ҡалыу маҡсатында 2 миллион һумға яҡын аҡсаһын «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсерергә ышандырған. Банк хеҙмәткәре үҙ аҡсаһын мутлашыусыларға күсерергә йыйынған ҡатынды туҡтатырға өлгөрә.

Был мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: