Наркотик ҡолона әүерелгән кешенең йәмғиәт өсөн ни тиклем хәүефле булыуын был ҡурҡыныс күренеш менән осрашмағандар аңлап та етмәйҙер. Эйе, тормошобоҙ тыныс булғанда, ҡот осҡос бәлә ишегебеҙҙе ҡаҡмағанда был уйҙың башыбыҙға инеп сығыуы ла мөмкин түгел. Наркомания, уның ҡурҡыныс эҙемтәләре ҡайҙалыр сит тарафта, алыҫта төҫлө тойола. Әммә алдынғы технологиялар иң төпкөл ауылдарға барып еткән кеүек, алама күренештәр ҙә уларҙы урап үтмәй. Шуға күрә бар донъяға таралған наркотиктар беҙҙең еребеҙҙе лә баҫып бара. Иң ҡурҡынысы—наркомания ҡоллоғона йәштәрҙе алып, тыуасаҡ сабыйҙарҙың юлын быуа. Хатта бер мәртәбә генә лә наркотик ҡулланып ҡарап, унһыҙ йәшәй алмаған ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең яҙмыштары селпәрәмә килә.
Әлбиттә, наркотиктарға ҡаршы көрәштең иң яҡшы ысулы, ошо ағыуҙы һатҡан кешеләргә ҡарата енәйәти яуаплылыҡты көсәйтеү. Мәҫәлән, Ҡытайҙа был ағыу менән һатыу итеүселәрҙең үҙҙәрен генә түгел, ә бар ғаиләһен үлем язаһы көтә. Тәү ҡарашҡа үтә ҡаты яза булып күренһә лә, был тотош милләттең хәҙергеһен һәм киләсәген һаҡлай бит.
Шуға күрәлер инде хөкөм эскәмйәһенә ултырған егеттең эйелгән башы тәүҙә йәлләү хистәрен тыуҙырһа, һуңынан асыу уятты. “Хәҙер барыһын да аңлап, ғәйебен танып ултырһа ла, хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан тотолмаһа күпме үҫмерҙе ағыулап өлгөрөр ине”,-тигән уйҙар күңелде әрнетте.
Эйе, был кеше аҡса эшләү өсөн артыҡ көс түгергә теләмәй. “Ниңә иртәнге һигеҙҙән кискә тиклем бил бөгөргә. Унда-бында сығып кәрәкле үләнде йыйып алырға ғына кәрәк. Ә күпме аҡса эшләп була!”-тип уйлай ул.
Ысынлап та, наркотик тәьҫирле үләнде теләгән ерҙән йыйып алырға була. Уларҙы юҡ итеү тураһында ниндәй генә закон сыҡмаһын, күптәр быға иғтибар ҙа бирмәй. Күптәр өсөн ул кәрәкһеҙ, ябай ҡый үләне. Тик еңел юл менән табыш алырға теләгәндәр генә бындай үләндән күпме аҡса киләсәген аңлай.
Иртә менән юлға сыҡҡан егеттең дә юлы “уңа”. Машинаһын туҡтатып, етерлек үлән йыйып ала. “Бына бит уйламағанда ниндәй бәхет!”-тип ҡыуаны ул “уңышҡа” һөйөнөп. Был ваҡытта ул үҙенең күптән түгел генә шартлы хөкөм ителеүен, әле тейешле язаһын алып бөтөргә күп ваҡыт ҡалыуы тураһында уйлап та бирмәй.
Күҙҙәренә аҡса ғына күренгән егет, ҡайтҡас йыйып алған үләндәренән һатыу өсөн наркотиктар әҙерләй. Хәҙер инде уны: “Кемгә һатырға? Кем тейешле аҡсаны шунда уҡ бирә аласаҡ?”-тигән һорау борсой. Шулай ҙа ул кемдәрҙең наркотиктар ҡулланғанын яҡшы белә. Табыш көҫәгән егет буласаҡ ҡорбандарын эҙләргә тотона. Таныш бер “нарик”тың (наркомандарҙы шулай тип йөрөйөтәләр-авт.) үлеп ҡалғанын ишетә. Егеттең иҫе лә китмәй: “Эйе, һуңғы ваҡыт көслө наркотиктарға күскән, тип әйтәләр ине шул. Йәл, ул минең тауар өсөн аҡса табыр ине”,- тип һөйләнеп ала.
Тик наркотикты еңел генә әҙерләп алған кеүек, һатып алыусыны табыуы был юлы еңелдән булмай. Кемеһелер өйҙә юҡ, бәғзеһе икенсе төр наркотикка күскән, өсөнсөләре... Үҙен кискеһен аҡсалы, төнгө клубта кәйеф-сафа ҡороусы итеп күргән егет йәне көйөп йортона йүнәлә. Шул ваҡытта уның ҡаршыһына таныш бер ҡыҙ килеп сыҡты. “Туҡта-туҡта, бының егете наркотиктар менән мауыға ине түгелме? Тимәк, үҙе лә баш тартмаясаҡ. Күптән егете менән бергә ҡулланалыр әле. Тәҡдим итеп ҡарарға кәрәк”,-тип уйлай ул.
Ҡыҙ тәүҙә уны тыңларға ла теләмәй. Унан ҡапыл риза була. Егет нисә һум кәрәклеген әйткәс: “Ярай, һуңғараҡ осрашырбыҙ, аҡса табырға кәрәк”,-ти. Ниһайәт, ҡулына аҡса эләгәсәген аңлаған егет осрашыу урынын әйтә лә, һыҙғыра-һыҙғыра китеп тә бара. “Аҡсаны алырмын да, тура клубҡа юлланырмын”,-тип ҡыуана ул. Тик осрашыу урынында егеттең ҡулына, түҙемһеҙлек менән көткән аҡса урынына, бығау һалына.
Наркотик тәҡдим иткән егетте йән асыуы менән күрә алмаған ҡыҙ шунда уҡ хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итә. Сөнки ул нисәмә йылдар буйы һөйгәнен ошо ағыуҙан тартып алыу теләге менән яна. Наркотик менән кәсеп иткән егет ҡыҙ ҙа наркоманға әүерелгән, тип уйлап ныҡ хаталана. Хәйер, ысынбарлыҡта йыш ҡына яратҡан кешеләрен наркотик ҡоллоғонан айырып алырға тырышҡан кешеләр, мәғәнәһеҙ көрәштән арып, үҙҙәре лә ошо ағыуҙың ҡолона әйләнә.
Хөкөм ителеүсе ғәйебен тулыһынса таныны, үҙен ғәфү итеүҙәрен ҡат-ҡат үтенде, бындай хәл башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаясағы тураһында анттар бирҙе. Тик судья уның быға тиклем шартлы хөкөм ителеүен, енәйәте йәмғиәт өсөн хәүефле булыуын иҫәпкә алып, уны оҙайлы йылдарға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Быға тиклем иректә йөрөгән, хәҙер ҙә шартлы хөкөм ителеү менән ҡотолоп ҡаласағына ышанған егет үҙен хөкөм залында уҡ ҡулға аласаҡтарын күҙ алдына ла килтермәгән ине, шикелле. Көтөлмәгән ҡайғынан ул бөгөлөп төштө.
Эйе, әгәр хөкөм ителеүсе зыяратта “передоздан” үлгән йәштәрҙең ҡәберҙәрен, бала юғалтыу ҡайғыһынан аҡылдан яҙған йәки ярым үлек хәлгә ҡалған әсәләрҙе күрһә, ситлек артында үткәрәсәк йылдары, бәлки, уның өсөн бәлә булып күренмәҫ ине...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.