Йыл һайын яҙғы-йәйге осорҙа балалар ҡатнашлығындағы юл ҡазалары арта. Быға үҫмерҙәрҙең мопед, скутер, мотоциклдарҙа йөрөүе булышлыҡ итә. Ата-әсәләр балаларҙың махсус таныҡлығы булмайынса руль артына ултырырға ярамағанын белһә лә, ошо транспорт төрҙәрен һатып алып бирә.
Йыл башынан ошондай хоҡуҡ боҙоу өсөн 11 ата-әсә яуапҡа тарттырылып, 30-ар мең һум штраф һалынды. Бынан тыш улар ата-әсәлек бурысын тейешле кимәлдә үтәмәгән өсөн дә административ яза алды. Ә йәше етмәйенсә руль артына ултырған балалар махсус комиссияға теркәүгә ҡуйылды.
Юл инспекторҙары балалар ҡатнашлығындағы бәлә-ҡазаны булдырмау өсөн барыһын да эшләй. Әммә беҙ барыһын да күреп, иҫкәртеп өлгөрә алмайбыҙ. Был мөмкин дә түгел. Әле мопедтар миҙгелен “асып” та өлгөрмәнеләр, йәрәхәтләнеүсе ике үҫмер бар. Руль артындағы бала мопеды менән авария яһаны. Уға ултырып барған дуҫы ла ҡазаланды. Әмәлгә, балалар йәрәхәтләнһә лә, тере ҡалды. Ә бит был авария күпкә ҡурҡыныс булып тамамланыуы бар ине бит. Шуға күрә, хөрмәтле ата-әсәләр, уйланығыҙ, балаларығыҙҙың һаулығы һәм ғүмере һеҙҙең ҡулығыҙҙа булыуын онотмағыҙ.
Шулай уҡ ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың юлды тейешһеҙ урындан йәки светофорҙың ҡыҙыл утына йүгереп үтеүе лә хәүеф тыуҙыра. Был хаҡта ла аңлатыу эштәре алып барығыҙ. Водителдең ҡапыл туҡтап өлгөрмәүе лә бар. Маршрут автобусынан килеп төшкән балаларҙың да тура юлға йүгереп сығыуы бик борсолдора. Бындай бәлә-ҡазалар гел булмай, ә бер була. Шуға күрә мәктәптәрҙә лә, өйҙә лә аңлатыу эштәре алып барылһын ине.
Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ата-әсәләр! Яҙғы-йәйге йәмле осор шатлыҡта ғына үтһен, юл ҡазалары урап үтһен!
Заһир Байбулов, Баймаҡ ЮХХДИ-һының өлкән инспекторы, полиция капитаны.