Көн ҡаҙағында
Уйлаһаң – уйылып китерлек, йәки ни өсөн шулай еңел алданабыҙ?
Кибермошенниктар, Башҡортостан халҡы аҡсаға алданыуы буйынса илебеҙҙә “алдынғы һыҙыҡта” булыуы, был хәлде нисек туҡтатырға икәнлеге хаҡындағы онлайн кәңәшмәлә БР Эске Эштәр министры урынбаҫары Евгений Полтавец уйландырырлыҡ мәғлүмәттәр бирҙе. Республикала булған был йүнәлештәге факттар тураһында ишетеү өҫкә боҙло һипкәндәй булды.
- Һеҙ өлкәндәр генә алдана һәм бындай енәйәт бармаҡ менән һанарлыҡ тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ. Йәки был хәл һеҙгә ҡағылмай, ҡайҙалыр икенсе яҡтарҙа ғына шундай алданыусылар бар тип иғтибар бирмәйһегеҙме? Был да яңылыш фекер, - тип башланы һүҙен Евгений Алексеевич.
Дөрөҫөн әйткәндә, мин дә шундай фекерҙә инем. Бер нисә мәртәбә мутлашыусылар: “Һеҙҙең иҫәбегеҙҙән аҡса урлайҙар”, - тип шылтыраттылар. Көлөп: “Ҡайһылай шәп булды, ундай иҫәбем дә бар икән”,-тигәс, әллә нәмә һөйләп маташтылар, иғтибар итмәнем. Икенсе ваҡыт бик уҫал тауышлы берәү Мәскәү өлкәһе полицияһының бик ҙур начальнигы булыуын белдерҙе. Ватсаптан шылтыратып та минең үҙем дә белмәгән ниндәйҙер иҫәбемде “ҡотҡарып” маташтылар.
Шуға күрә ошондай юл менән өлкәндәрҙе йәки иҫәбендә ҙур аҡсаһы булған кешеләрҙе генә алдайҙар икән, тигән фекерҙә инем. Әммә ысынбарлыҡ ҡот осмалы булып сыҡты. Евгений Полтавец биргән мәғлүмәттәргә күҙ һалайыҡ. Алданыусыларҙың 0,3% - 18 йәшкә тиклемгеләр, 19,16% - 19 – 29 йәштәгеләр, 35,2% - 30 – 49 йәштәгеләр, 16% - 50 – 59 йәштәгеләр, 28,5% - 60 йәште үткәндәр.
Тимәк, иң күп алданыусылар эш йәшендәге граждандар. “Улар уҡымаған, наҙан кешеләр тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ! Улар араһында фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәр, вазифалы урынды биләүселәр ҙә бар”,-тине Евгений Алексеевич.
Әгәр 2022 йылда Башҡортостан халҡын 1,7 миллиард һумға алдаһалар, 2023 йылдың 25 декабренә тиклем халҡыбыҙ 2,6 миллиард һум аҡсаһын юғалтҡан. Кемдер үҙенең йыйып барған аҡсаһын, ә күпселек кредит алып, мутлашыусыларға күсергән. “Ноябрҙең беренсе аҙнаһында – 60 миллион һум, икенсеһендә – 34 миллион һум, өсөнсөһөндә – 43 миллион һум, декабрь башының тәүҙе аҙналарында – 75 миллион һум һәм 42 миллион һум мутлашыусыларҙың кеҫәһенә төшөп ятҡан. Был беҙҙең республика халҡының аҡсаһы”,-тине Евгений Полтавец.
Кешеләрҙе нимә тип алдайҙар һуң?
Беренсе, һеҙгә шылтыраталар һәм һеҙҙең банктағы иҫәбегеҙгә хәүеф янауы, кемдер һеҙҙең исемгә кредит юлларға маташыуҙарын белдерәләр. Ә быны булдырмау өсөн һеҙҙең исемгә алырға маташҡан кредитты йәһәт кенә икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәклеген белдерәләр. Кешене берсә полиция формаһындағы, берсә банктың хәүефһеҙлек “хеҙмәткәре” менән һөйләштерәләр. Һәм ул тегеләр ҡушҡан сумманы кредит итеп алып, йәһәт кенә улар әйткән иҫәпкә күсерә.
“Хәҙер һәр банкта тиерлек полиция хеҙмәткәрҙәрен дежурға ҡуйырға мәжбүрбеҙ. Улар банкомат янында күпләп аҡса күсергән кешеләрҙе мутлашыусыларҙан һаҡларға тырыша. Һәм һеҙ нимә тип уйлайһығыҙ? Кешеләр ҡасып китеп, икенсе банкоматтан мутлашыусыларға аҡсаһын күсереп бөтөп ҡуя”,-тине Евгений Полтавец.
Тағы бер тетрәндергес шундай хәл. 46 йәштәге иргә шылтыратып, уның исеменә кредит юлларға маташыуҙары хаҡында белдерәләр. Ир улара ышанып, ике миллион һум кредит юллап, тегеләр әйткән “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерә. Был ғына түгел, ҡайтҡан 77 йәштәге әсәһенә: “Әсәй, һинең дә йыйып барған аҡсаң барҙыр. Уны урлауҙары бар. Бына мин хәүефһеҙ иҫәпкә күсерҙем. Әйҙә, һинекен дә шунда күсерәйек”, ти.
Һөҙөмтәлә оло йәштәге кеше лә оҙайлы йылдар йыйып барған ике миллион һум аҡсаһын мутлашыусыларға күсерә. Бик аяныслы хәл.
Икенсе, етәкселек исеменән шылтыратыу. Һәр бер өлкәнең үҙ хужалары, министрҙары бар. Хеҙмәткәргә етәксеһенән: “Хәҙер беҙҙең юғары етәкселектән шылтыратасаҡтар. Енәйәтселек менән көрәш масҡатында һөйләшеү буласаҡ. Был хаҡта бер кемгә әйтмә һәм уларҙың ҡушҡанын үтә”,-тигән смс хәбәр килә. Һөҙөмтәлә, бер кеше 995 мең һумға, икенсеһе 600 мең һумға шундай “ҡушылған күрһәтмәне” үтәгән. Ниңәлер етәкселәренең аккаунтын емереп инеп, енәйәтселәр шылтыратыуы мөмкин тип башына ла килтермәгәндәр.
Өсөнсө, йәһәт кенә байыу йәғни инвестициялау теләге мееән алданыу. Кемдер һеҙгә 1 мең һум аҡса һалып, бер айҙан уны 30 мең һумға еткерергә тәҡдим итә. Хатта аҡсағыҙ “артып барыуы” тураһында ниндәйҙер схема, график, таблицалар ебәрә. Һәм кеше бер мең һалғансы, күберәк итеп һалайым да, иң бай кеше буласаҡмын тип ышана. Тиҙерәк байыу өсөн ул бар эш хаҡын да, унан кредит алып һала башлай һәм бер нәмәһеҙ ҡала. Улай еңел генә байып булһа, моғайын, күп кешеләр бөтөнләй эшләмәҫ ине, шулай бит? Сөнки эшен яратып башҡарыусыларға ҡарағанда, аҡса өсөн йөрөүселәр күберәк. Еңел аҡсаға ышанып, бер нәмәһеҙ ҡалғандар шуға күрә күбәйәлер, күрәһең.
Дүртенсе, берәй кәрәҙле элемтәнең операторы шылтырата һәм “Һеҙҙең сим-картағыҙҙы ҡулланыу килешеүенең срогы үтте. Әгәр уны оҙайтмаһағыҙ, элемтәһеҙ ҡалаһығыҙ”, тип әйтә. Һәм кешеләр ышана һәм улар ҡушҡанды эшләй. Сөнки беҙҙең заман кешеләре өсөн телефон, интернетһыҙ ҡалыу – фажиғәгә тиң булып бара. Килешеү төҙөйөм тип кешеләр карточкаларының иҫәбен дә, паспорт, башҡа документтарының мәғлүмәттәрен дә ебәрә. Ә мутлашыусылар уларға кредит юллай, иҫәбендәге аҡсаһын да ала. Сим-картаның срогы бармы? Юҡ! Һеҙгә бер ниндәй оператор ҙа был хаҡта шылтыратып та ултырмаҫ ине. Телефонға һалынған аҡсаң ғына һәр саҡ булһын. Бөтһә лә, һеҙгә бер кем шылтыратып тормаясаҡ, ниндәйҙер сикләүҙәр генә, уныһы ла автоматик рәүештә, индерелә.
Бишенсе, “һеҙҙең балағыҙ авария эшләне, әгәр уны төрмәнән ҡотҡарырға теләһәгеҙ, беҙҙән барған курьерға аҡса бирегеҙ” тигән кеүек шылтыратыуҙар. Был алдауға күберәк өлкәндәр ышана. Сөнки үҙегеҙ беләһегеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙең өсөн аҡсаһын ғына түгел, йәнен бирергә әҙер. “Ә бит бер ЮХХДИ инспекторының авария эҙемтәләрен йәшереү өсөн аҡса алған факт бөтөнләй булғаны юҡ. ДТП урынында шулай итеп шылтыратып торған инспекторҙы күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Башҡа һыймаҫлыҡ һәм булмаҫлыҡ хәл”,-тине Евгений Полтавец.
Тағы бер хәүеф. Уныһы балаларға, үҫмерҙәргә, йәштәргә янай. “Бер сәғәт эсендә 1,5-2 мең һум эшләргә теләйһеңме? Курьер булырға кәрәк”,-тигән “эш” тәҡдим ителә. Уларға берәй йорттан барып аҡсаны (сумканы, пакетты) алып, икенсе берәй адресҡа еткерергә ҡушалар. Балалар үҙҙәре лә белмәҫтән енәйәт эшенә йәлеп ителә. Сөнки мутлашыусылар ошондай схема менән эш итә лә инде. Был йәһәттән мотлаҡ балаларға аңлатыу эштәре үткәрергә кәрәк. Уларҙың яҙмышында ундай ҡара таптар булмаһын.
“Мутлашыу енәйәттәренең 25% ғына асыла. Әҙме? Килешәм. Сөнки алданыусыларҙан алған мәғлүмәт буйынса енәйәт сылбырын һүтә башлаһаң, ул сит илдәргә китә”,-тине Евгений Алексеевич.
Кисә генә республикала тағы ике кешенең әллә нисәмә миллионға алданғанын ишеткәс, күңелгә ауыр таш ятҡандай булды. Бар кеше Яңы йыл мәғжизәһен көтөп, һәр кем үҙенсә байрамға әҙерләнгән мәлдә, елкәһенә ҙур-ҙур кредит алғандарға сабырлыҡ, еңеллек һәм уйламаған ерҙән ҙур аҡса килеүен теләге килә. Алданмайыҡ, башҡаларға ла алданырға бирмәйек, дуҫтар! Бының иң ябай ысулы – таныш булмаған телефондарҙы алмаҫҡа. Алған хәлдә, теләһә нәмә һөйләй башлауҙары менән, уны һүндерергә. Ышанмағыҙ, зинһар!
Гүзәл Иҫәнгилдина.
P/S Кешеләрҙе алдап, уларҙың ҡайғыһынан мыҫҡыл иткән енәйәтселәр: “Аҡсаңды кире күсерәбеҙ, тик һин фәлән урынға барып, шуны эшлә”,-тигән күрһәтмәләрен дә ебәрә. Шул рәүешле кешеләрҙе ҡурҡыныс енәйәттәргә этәрергә маташа. Әлбиттә, кешеләр уларҙың ҡушҡанын үтәһә лә, аҡсаны улар бер ҡасан да ҡайтармаясаҡ.
Оло йәштәге инәй менән олатайға улар банк янында бенгаль уттарын яндырып тороп, шуның видеоһын ебәрергә ҡуша. Өлкәндәрҙең енәйәткә бармаясағын аңлағас, уларҙы шул рәүешле мыҫҡыл итергә була улар. Ҡәбәхәтлек бит был...