Наркоманияның кешелек өсөн ни тиклем һәләкәтле күренеш, ҡот осҡос ауырыу булыуын һәр кем аңлайҙыр. Сөнки наркомандар тере мәйеткә әүерелә, физик яҡтан ғына түгел, уларҙың рухы ла ҡаҡшай. Бер тамсы ағыуҙы табыу өсөн улар ҡурҡыныс енәйәткә әҙер була. Шуға күрә был йүнәлештәге енәйәттәр ауыр һәм үтә ауыр булып һанала.
Баймаҡ районы суды 35 йәштәге кешегә хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул йәйгеһен наркотик тәьҫирле үҫемлекте йыйып ала һәм ҡулланыу өсөн йортона алып ҡайта. Енәйәтсе йортонда полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотола.
Судта ул үҙенең ғәйебен танырға теләмәне. Әммә ғәйепләү яғы тарафынан унан енәйәте тулыһынса иҫбатланды.
Суд енәйәттең ауырлығын иҫәпкә алып, ғәйепләнеүсене 3 йыл да 6 айға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итте.
Ата-әсәләргә, уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, балалар менән наркотиктарҙың һәр яҙмышты юҡҡа сығарырлыҡ ҡурҡыныс күренеш икәнлеге тураһында аңлатыу эштәре алып барыуҙарын теләге килә.
Тимур Ильясов, район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.