Халыҡ именлеге һағында
10 ноябрҙә Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Тәүлек әйләнәһенә енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барған һәм халыҡ именлеге һағына баҫҡан, хоҡуҡ боҙоуға ҡарата профилактик эш алып барған полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылай? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Рәшит Дамир улы Насыровҡа мөрәжәғәт иттек.
- Рәшит Дамир улы, полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын ниндәй күрһәткестәр менән ҡаршылай?
- Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәренә халыҡтың именлеген һаҡлау, енәйәт, урлыҡ, көсләү кеүек хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмау бурыстары һалынған. Ваҡытында дөрөҫ профилактик саралар уҙғарыу һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Ағымдағы йылдың ун айында былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 15 процентҡа кәмерәк хәл-ваҡиға теркәлгән. Атап әйткәндә, йәмәғәт урындарында ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт ҡылыу осраҡтары кәмегән. Шул уҡ ваҡытта рөхсәтһеҙ ҡорал менән эш иткән 6 фактты асыҡларға өлгәштек.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда “аҡ үлем” менән һатыу итеүселәр ҙә, уларҙы ҡулланыусылар ҙа бар. Йыл башынан полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле 8 енәйәт асыҡланды. Шул уҡ ваҡытта “аҡ үлем” менән һатыу иткән 3 осраҡ теркәлде.
- Рәшит Дамир улы, мутлашыусыларҙың ауына эләккәндәр ҙә бар...
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шулай. Айырыуса банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары арта. Ағымдағы йылдың ун айында мутлашыусылар тарафынан 76 енәйәт ҡылынған. Улар граждандарҙың 10 млн һумдан ашыу аҡсаһын үҙләштергән. Мутлашыусылар башлыса мобиль бәйләнеш йәки интернет селтәре аша ниндәйҙер әйберҙе һатыу-һатып алыуға бәйле ысулдарҙы ҡуллана. Халыҡтың ни өсөндөр бөтөнләй күрмәгән-белмәгән кешегә уйламай-нитмәй аҡсаһын тоттороп ебәреүе аптырауға һала. Ошонда иғтибарҙы тағы бер генә нәмәгә йүнәлткем килә. Мутлашыусыларҙың тоҙағына башлыса мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгәндәр һәм пенсионерҙар эләгә. Һуңғыларының алданып ҡалыуҙарына бик үк аптырамаһаҡ та, тәүгеләренең мутлашыусыларға ышаныуҙары ғәжәпләндерә.
Күп осраҡта был енәйәт алыҫтан тороп ҡылына. Шунлыҡтан уларҙың эҙенә төшөү ауырлыҡ тыуҙыра. Һеҙгә кемдер шылтыратып аҡсаға бәйле һорауҙар бирә икән, шунда уҡ әңгәмәне өҙөп, телефонды һүндерергә кәңәш итәбеҙ. Был тәңгәлдә даими аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Хеҙмәт коллективтары, халыҡ араһында осрашыуҙар үткәреп, мәғлүмәттәр бирәбеҙ.
- Һеҙҙе тағы ла ниндәй йүнәлеш буйынса енәйәт эштәре борсой?
- Иҡтисади һәм һалым түләүгә ҡағылышлы хоҡуҡ боҙоуҙар. Был тәңгәлдә енәйәт ҡылыусыларҙы асыҡлау, уларҙың ғәйебен дәлилләү өсөн ентекле эҙләнеү, тикшереү эштәре алып барыла. Йыл башынан шундай 44 факт теркәлде. Ришүәткә бәйле 65 енәйәт эше ҡуҙғатылды.
- Полиция бүлегендә участка уполномоченныйҙары туранан-тура халыҡ менән эшләй...
- Эйе, улар үҙ биләмәһендә йәшәгән халыҡтың ғүмере, именлеге, хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы. Иҫәпкә алынған ғаиләләр, административ күҙәтеү аҫтында булғандар ҙа уларҙың төп иғтибарында тора. Участка уполномоченныйҙарҙың маҡсатлы эш алып барыуы һөҙөмтәһендә ғаилә низағтары, көнкүрештә ҡылынған енәйәттәр һаны быйыл 32,1 процентҡа кәмене.
- Балалар тарафынан ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында нимә әйтер инегеҙ?
- Балиғ булмағандар араһында юғары кимәлдә профилактик эш алып барыу үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Бүлек инспекторҙары йәш граждандарҙың хоҡуғын яҡлап ҡына ҡалмай, улар араһында енәйәт ҡылыу осраҡтарын кәметеүгә лә өлгәште. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда балиғ булмағандар тарафынан ҡылынған енәйәт эше быйыл 47,1 процентҡа кәмене.
- Был һандар артында, әлбиттә, бүлек хеҙмәткәрҙәренең көндәлек ныҡышмалы һәм тырыш хеҙмәте ята...
- Ысынлап та, беҙҙә үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Уларҙың барыһы ла Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы тарафынан ҡуйылған бурыстарҙы теүәл атҡарып сығыу өсөн күп көс һала. Айырып кемдер яҡшы, кемдер тағы ла яҡшыраҡ эшләй, тип әйтеүе ауыр. Беҙ дөйөм бер бурысты атҡарабыҙ. Уларҙың барыһы ла үҙ урынында алдарына ҡуйылған маҡсатты намыҫ менән башҡара. Тикшереү, тәфтиш, енәйәт эшен эҙәрлекләү бүлеге хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте ҡылынған енәйәтте асыҡларға, ғәйеплеләрҙе суд алдына баҫтырырға һәм уларҙы ҡаралған ҡануниәт буйынса яуапҡа тарттырырға булышлыҡ итә. Патруль-пост, кинолог, миграция хеҙмәттәре, изолятор, шәхси состав менән эш итеү төркөмө, штаб, дежур бүлеге һәм башҡа бүлек хеҙмәткәрҙәренең эшен дә тейешенсә баһаларға кәрәк.
- Рәшит Дамир улы, һөнәри байрамығыҙ менән һеҙҙе һәм һеҙҙең коллективты, ветерандарҙы һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Лилиә ТАКАВА әңгәмәләште.
Фотола: ЮХХДИ бүлегенең өлкән инспекторы, полиция лейтенанты Тимур Сәйетҡолов;
балиғ булмағандар эше буйынса бүлектең өлкән инспекторы, полиция капитаны Рәфит Рамаҙанов;
тәфтиш бүлеге начальнигы, полиция майоры Земфира Иғдәүләтова;
миграция бүлеге начальнигы, полиция капитаны Рушан Мифтахетдинов.