Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Сентябрь 2023, 17:25

Инспекторҙы ... тешләгән

Протокол төҙөү өсөн водителде патруль машинаһына ултырталар. Әммә күпмелер ваҡыт үткәс ир машинанан сығып ҡасырға маташа.  Водитель ЮХХДИ инспекторының үҙ бурыстарын үтәүен белә тороп, уға буйһонмай, уның ҡулын тешләй, тибергә маташа, янай...

Инспекторҙы ... тешләгән
Инспекторҙы ... тешләгән

Баймаҡ районының суды Баймаҡ ҡалаһының 51 йәштәге гражданына хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул РФ енәйәт кодексы 318-се статьяһының 1-се өлөшө йәғни вазифаһын үтәгән власть вәкиленә буйһонмау, уға ҡарата ғүмергә һәм һаулыҡҡа янамаған көс ҡулланыуҙа ғәйепләнә.

2023 йылдың май айында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был водителде туҡтата. Уның руль артына эскән килеш ултырғаны билдәләнә.

Протокол төҙөү өсөн водителде патруль машинаһына ултырталар. Әммә күпмелер ваҡыт үткәс ир машинанан сығып ҡасырға маташа. Уны туҡтатыу өсөн инспектор көс ҡулланырға мәжбүр була. Әммә водитель ЮХХДИ инспекторының үҙ бурыстарын үтәүен белә тороп, уға буйһонмай, уның ҡулын тешләй, тибергә маташа, янай. Бының өсөн ул хөкөмгә тарттырылды.

Ғәйепләнеүсе судта үҙенең ғәйебен таныманы. Судья уны шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм итте.

Прокуратура был хөкөм ҡарарын, үтә йомшаҡ тип иҫәпләп, апелляцияға бирҙе.

Тимур Ильясов, район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: