Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
14 Сентябрь 2023, 11:30

15 йәшлек үҫмер 20 мең һумға машина һатып алған

Үҫмерҙең "мажаралары" бының менән генә тамамланмай әле. Ул ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре баҫтырып етеп туҡтатҡансы йөрөй әле... 

15 йәшлек үҫмер 20 мең һумға машина һатып алған
15 йәшлек үҫмер 20 мең һумға машина һатып алған

Республиканың баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов бөгөн төндә Әбйәлил районында бер машина инспекторҙарҙың иғтибарын йәлеп итеүе тураһында яҙҙы. Машина баҫтырып етелә һәм туҡтатыла. Уның менән 15 йәштәге үҫмер идара итеүе асыҡлана. Малай Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Өләсәһенә Әбйәлил районына ҡунаҡҡа килгәндә ошо машинаны үҙенә 20 мең һумға һатып алған.

ЮХХДИ инспекторҙары үҫмерҙе йәшәгән урынына алып бара һәм әсәһе алдында алкотест үткәрәләр. Малайҙың эскән булыуы асыҡлана. Автомобиль штрафстоянкаға ҡуйылған, ә үҫмер тураһында мәғлүмәт балиғ булмағандар эше буйынса комиссияға ебәрелгән.   

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: