Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
13 Сентябрь 2023, 17:45

Бер аҙна эсендә 5 кеше имгәнгән

Әлбиттә, ремонтланасаҡ, әммә әлегә колеялы юлдың ситендә иҫкәртеү знактары ҡуйылған. Әммә бәғзе водителдәр быны иҫәпкә алмай. Шуның һөҙөмтәһендә еңел машиналағы йәш ир юлдан осто. Әмәлгә үҙе тере ҡалды, дауаханаға килтерелде...

Бер аҙна эсендә 5 кеше имгәнгән
Бер аҙна эсендә 5 кеше имгәнгән

Баймаҡ ЮХХДИ-һының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер аҙна эсендә район-ҡала юлдарында 11 юл-транспортхәл-ваҡиғаһы булған. Уларҙа 5 кеше имгәнгән. 

- Ҡайһы бер водителдәр ямғыр яуып тороуын иҫәпкә алмай. Бындай ваҡытта юлдар тайғаҡ була. Унан күләүек аҫтында ҡалған соҡор-саҡыр күренмәй, колея күренмәй. Әлбиттә, ремонтланасаҡ, әммә әлегә колеялы юлдың ситендә иҫкәртеү знактары ҡуйылған. Әммә бәғзе водителдәр быны иҫәпкә алмай. Шуның һөҙөмтәһендә еңел машиналағы йәш ир юлдан осто. Әмәлгә үҙе тере ҡалды, дауаханаға килтерелде. Әле яуым-төшөмдәр дауам итә. Водителдәрҙе бик иғтибарлы булырға саҡырабыҙ!-тип иҫкәртә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: