Юл йөрөү ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш, сөнки йыш ҡына улар ғәйебе менән юлдарҙа төрлө фажиғәләр була. Уларҙа күбеһенсә балалар үлә, имгән.. Был бик аяныслы. Балаларҙың һаулығы һәм ғүмере беҙҙең – ололарҙың бурысы икәнен онотмайыҡ. Шуға күрә беҙгә, юл билдәләрен хәтерҙә ҡалдырырға, юл ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Балаларҙың юл ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүе ул – балалар хәүефһеҙлегенең бер юлы.
Балалар баҡсаһында ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу мөһим урындарҙа тора һәм ул хәүефһеҙ бала-саҡты булдыра ла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырыу балалар баҡсаһынан башлана һәм был тема ҡабатланып, балаларҙың иҫтәренә яңынан-яңы төшөрөлөп торола.
Юлда һаҡ булыр кәрәк! Беҙ тиҙлек заманында йәшәйбеҙ. Шуға күрә юл ҡағиҙәләрен белергә кәрәк.
Юлды тейешле урында сыҡ.
Иң тәүҙә һулға, унан уңға ҡара.
Машина юҡлығына ышанғас ҡына, юл аша сығырға мөмкин.
Машинаға ултырғас ҡайышыңды атай, әсәй эләктерергә онотмаһын, яҡтылыҡты сағылдырыусы ленталар ҙа бик кәрәк.
Сөнки бала баҡсаға килгәндә ата-әсәһе менән атлап, йә машинаға ултырып килә.
Ул ололарға ҡарап һәм үҙенең белеменә таянып юлда нисек хәрәкәт итергә өйрәнә һәм иҫендә ҡалдыра. Был эште ҡабатлап та торор кәрәк.
Баймаҡ ЮХХДИ-һы.