Башҡортостандың Милли банкы иҫкәртә! Телефон аша мутлашыусылар яңы алдау схемаһы уйлап тапҡан - улар Дәүләт хеҙмәттәре һәм Рәсәй банкы исеменән шылтыраталар ҙа юғары процент, өҫтәүенә, кешбэк менән аҡса вәғәҙә итәләр.
Улар, ғәҙәттә, актуаль көн тәртибен файҙаланалар - был юлы эре банктарҙың вкладтар буйынса ставкаларҙы арттырыуы шылтыратыуҙар өсөн сәбәп булды.
Схема шундай:
Аферистар үҙҙәрен Дәүләт хеҙмәттәре вәкиле тип таныта һәм аҡса туплауҙы арттырырға тәҡдим итә. Ышаныслыраҡ яңғыраһын өсөн банктағы ставкаларҙың артыуы хаҡында хәбәр итәләр һәм, «Үҙәк банк»ҡа шәхсән барып, ошо хаҡта белешергә ҡушалар.
Улар, йәнәһе лә, регулятор хеҙмәткәре менән тоташтыра, уныһы аҡсаны «хәүефһеҙ» иҫәпкә урынлаштырырға, хатта аҡса йыйыуҙан кешбэк бирергә вәғәҙәләй.
Артабан клиенттан шәхси мәғлүмәттәрен тикшереүҙе, артабан СМС менән килгән кодты, банк ҡушымтаһына инеү өсөн логин йәки паролде хәбәр итеүҙе һорайҙар. Шул рәүешле, мутлашыусылар клиенттың иҫәбенә инеү мөмкинлегенә эйә була һәм иҫәптән аҡса алып юҡҡа сыға.
Һиҙгер булығыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй банкы хеҙмәткәрҙәре (шул уҡ Үҙәк банк) бер ҡасан да кешеләргә шылтыратмай, шәхси мәғлүмәттәр һорамай һәм иҫәп менән ниндәй ҙә булһа операция эшләргә тәҡдим итмәй. Ниндәй генә һорау булһа ла, банкҡа үҙ аллы шылтыратыу яҡшыраҡ.
Енәйәтселәрҙең нисек эшләүе тураһында - Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банктың хәүефһеҙлек бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нәсибуллин.