Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Сентябрь 2023, 17:30

Мал хужаһына яза буламы?

- Ауылдарҙа көтөүлектәр булмауы сәбәпле, мал-тыуарҙың юлға сығыуы арҡаһында юл фажиғәләре теркәлеп тора. Бындай осраҡтарҙа ат, һыйыр малы һәм башҡа ҡарауһыҙ йөрөгән мал өсөн хужаларына ниндәй яза ҡаралған?

Мал хужаһына яза буламы?
Мал хужаһына яза буламы?

Ауылдарҙа көтөүлектәр булмауы сәбәпле, мал-тыуарҙың юлға сығыуы арҡаһында юл фажиғәләре теркәлеп тора. Бындай осраҡтарҙа ат, һыйыр малы һәм башҡа ҡарауһыҙ йөрөгән мал өсөн хужаларына ниндәй яза ҡаралған?

- Ҡар иреүҙән башлап малдар менән бәйле авария осраҡтары күпләп теркәлә башлай. Уларҙың күпселеген аттар тәшкил итә. Махсус чип буйынса йән эйәһенең хужаһы табылғас, уға штраф һалына. Бынан тыш, хужаһына зыян күргән
транспортты ремонтлау өсөн киткән сығымды ла ҡапларға кәрәк була. Оҙайлы суд, мәшәҡәттәр, сығымдарға барып баҫа был эш.

Баймаҡ ЮХХДИ-һы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: