Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
5 Сентябрь 2023, 17:30

Велосипедта йөрөгәндә

Мопедтар, мотоциклдар менән 16 йәшкә тиклем идара итеү тыйыла. Бындай осраҡтарҙы боҙоу теркәлһә, эште махсус комиссияға ебәрәбеҙ. Ҡағиҙәне үтәмәгән хәлдә, был төр техниканы балаһына ышанып тапшырған өсөн ата-әсәләргә 30 мең һум штраф һалына...

Велосипедта йөрөгәндә
Велосипедта йөрөгәндә

Балалар юлда ике тәгәрмәсле “аттарында” күпләп йөрөйҙәр. Бындай төр транспорт менән идара итеүселәргә юл ҡағиҙәләрен ҡабатлап үтеү яҙыҡ булмаҫтыр.
- 14 йәшкә тиклемге балаларға велосипед менән тротуарҙа, юл ситтәрендәге биләмәләрҙә йөрөргә мөмкинлек бирелә. Юл аша рөхсәт ителгән урындан ғына, велосипедтан төшөп йәйәү атларға кәрәк. 14 йәштән өлкәндәргә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгән хәлдә, хәрәкәт ағымы буйлап йөрөргә ярай. Мопедтар, мотоциклдар менән 16 йәшкә тиклем идара итеү тыйыла. Бындай осраҡтарҙы боҙоу теркәлһә, эште махсус комиссияға ебәрәбеҙ. Ҡағиҙәне үтәмәгән хәлдә, был төр техниканы балаһына ышанып тапшырған өсөн ата-әсәләргә 30 мең һум штраф һалына.

Атай-әсәйҙәр юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белмәгән, уны йөрөтөү хоҡуғына эйә булмаған балаларына уның менән идара итергә бирмәһендәр ине!

Баймаҡ ЮХДДИ-һы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: