Һуңғы йылдарҙа ҡала урамдарында велосипедта йөрөүселәр күбәйҙе. Был аңлашыла: бик уңайлы транспорт ул, һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ҙур. Үкенескә ҡаршы, күптәр юл ҡағиҙәләрен белеп бөтмәй.
14 йәштән өлкәндәр велосипед өсөн махсус тәғәйенләнгән юлдарҙа ғына йөрөргә тейеш.
14 йәштән өлкәндәргә юлдың уң яғынан түбәндәге осраҡта ғына йөрөү рөхсәт ителә:
* махсус юлдар булмаһа;
* велосипедтың габарит киңлеге, уға таҡҡан йөк бер метрҙан ашһа;
* колонна булып барғанда.
Әгәр велосипед юлы, һыҙат юҡ икән йәки унан үтерлек булмаһа, юлдың уң яғы буйлап бер рәттә генә барырға ярай.
Тротуарҙан түбәндәге осраҡта йөрөргә мөмкин:
* велосипедлылар өсөн махсус юлдар, айырым һыҙат юҡ икән йәки унан йөрөү мөмкинлеге булмаһа;
* ете йәшкә тиклемге баланы велосипедта өҫтәмә ултырғыста, велосипед йәки мопед өсөн тәғәйенләнгән велоколяскала йәки тағылма арбала.
7 йәштән 14 йәшкә тиклемгеләргә бары тротуарҙа, йәйәү йәки велосипед менән йөрөй торған урындарҙа рөхсәт ителә.
Юлдың уң яғы буйлап велосипедта йөрөүселәр бер рәт кенә булып хәрәкәт итергә тейеш. Габарит киңлеге 0.75 метрҙан артҡан осраҡта, колонналар хәрәкәте ике рәттә рөхсәт ителә.