Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
31 Август 2023, 09:35

Балаларҙы иҫкәртегеҙ!

Үҫмерҙең атаһы һәм әсәһенә баланы тәрбиәләгәндә ата-әсәлек бурысын тейешле кимәлдә үтәмәгән өсөн административ протокол төҙөлөп, был эш балиғ булмағандар эше буйынса комиссияға ҡарауға ебәрелгән...

Балаларҙы иҫкәртегеҙ!
Балаларҙы иҫкәртегеҙ!

Балиғ булмағандарҙы юл фажиғәләренән һаҡлау өсөн төрлө иҫкәртеү саралары үткәрелә. Әммә шуға ҡарамаҫтан балаларға бәйле авариялар, хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлә.

Бөрө ҡалаһында "Ланд Крузер" автомобиленең руле артында балиғ булмаған үҫмер тотола. Бәхеткә, ул бер ниндәй ҙә ҡазаға тарымай. Асыҡланыуынса, үҫмер атаһының икенсе районда булыуынан файҙаланып, машинаны рөхсәтһеҙ ала. Үҫмергә ҡарата административ протокол төҙөлгән. Уның атаһы һәм әсәһенә баланы тәрбиәләгәндә ата-әсәлек бурысын тейешле кимәлдә үтәмәгән өсөн административ протокол төҙөлөп, был эш балиғ булмағандар эше буйынса комиссияға ҡарауға ебәрелгән. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: