+1 °С
Болотло
Машинаһы тартып алынды
Баймаҡ район суды 56 йәштәге иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул иҫерек килеш руль артына ҡабатләп ултырыуҙа ғәйепләнә.
Ул йәйгеһен эскән килеш руль артына ултырып, водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә. Әммә был водитель енәйәтен тағы ҡабатлай. Ул ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла һәм алкотестер ярҙамында уның хәмер тәьҫирендә булыуы асыҡлана. Водитель ғәйебен тулыһынса таныны.
Суд уны 220 сәғәтлек мәжбүри эшкә ҡушты һәм водитель таныҡлығынан ике йылға мәхрүм итте. Шулай уҡ суд дәүләт ғәйепләүсеһенең дәғүәләрен иҫәпкә алып, уның ҡиммәтле автомобилен конфискацияланы.
А. Ғәлиәкбәров, район прокуроры.