Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
29 Август 2023, 11:35

Юл хәрәкәтен боҙоусылар тотола

Районда 10 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлгән...

Юл хәрәкәтен боҙоусылар тотола
Юл хәрәкәтен боҙоусылар тотола

Баймаҡ эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ете көн эсендә район-ҡала буйынса 10 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлгән.

- Шуныһы ҡыуаныслы, үлем осраҡтары, йәрәхәтләнгән кешеләр булманы. Әммә төрлө профилактик рейдтар барышында юл ҡағиҙәләрен үтәмәгән водителдәр тотолоп, уларға ҡарата протоколдар төҙөлдө,-ти инспекторҙар.

Әлеге ваҡытта ҡаршы яҡ полосаға сығыуҙы иҫкәрткән операция бара. Шулай уҡ яңы уҡыу йылы башланыр алдынан "Иғтибар! Балалар!" операцияһы старт ала. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: