Хоҡуҡ һаҡлау
21 Август 2023, 06:05

Профилактик операция башланды

Был юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн штраф йәки 4 айҙан 6 айға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү ҡаралған. Әгәр водитель ҡабаттан ошо уҡ хоҡуҡ боҙоуҙы ҡабатлаһа, "праванан" 1 йылға мәхрүм ителә...

Профилактик операция башландыПрофилактик операция башланды
Профилактик операция башланды

Республиканың баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов үҙенең Телеграм каналында бөгөн "Встречная полоса" тип аталған махсус профилактик операция башланыуы тураһында хәбәр итте:

- Сара водителдәр ҡаршы полосаға сығып, авариялар булдырмаһын өсөн үткәрелә. Быйыл 7 ай эсендә ошо ҡағиҙәне боҙған өсөн 93 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы булған. Унда 33 кеше һәләк булған, 154 төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. 

7 ай эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 8 меңдән ашыу ошондай хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртте. Был юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн штраф йәки 4 айҙан 6 айға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү ҡаралған. Әгәр водитель ҡабаттан ошо уҡ хоҡуҡ боҙоуҙы ҡабатлаһа, "праванан" 1 йылға мәхрүм ителә. 

Операция барышында инспекторҙар водителдәр менән аңлатыу эштәре лә алып бара. сөнки ярамаған урында ҡаршы полосаға сығыу, ҙур тиҙлектә барыу юл фажиғәләрен арттыра.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас