

Транспорт менән иҫерек килеш идара итеү. Руль артына иҫерек килеш ултырмау ҡағиҙәһен ҡабул итеү мотлаҡ. Был талапты боҙоу автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итә, шулай уҡ бындай осраҡта Енәйәт кодексы тарафынан яза ҡаралған.
Руль артында телефон аша һөйләшеү йә хәбәрҙәр ебәреү. Машина менән идара итеүсе телефонға иғтибарын йүнәлтеп, юл хәлен күҙ уңынан ысҡындыра. Был осраҡта ҡаршы килгән автомобиль менән бәрелеү йә юлдан ситкә сығып китеү ихтимал. Әгәр мөһим шылтыратыу икән, һөйләшеү өсөн махсус гарнитура булған хәлдә лә, юл ситенә сығып туҡтау кәрәк.
Үтә хисле булыу. Башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы һанға һуҡмау, агрессия юл-транспорт һәләкәттәренә, кешеләрҙең үлеменә алып килә.
Хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланмау. Хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланыу авария эҙемтәләрен 6-8 тапҡырға түбәнәйтә.
Салонда балалар өсөн креслоның булмауы. Автомобилдә балалар өсөн махсус креслоның булыуы авария мәлендә сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Тәбиғәт шарттары. Томан, ямғыр, боҙлауыҡ юл фажиғәләрен 25 процентҡа арттыра.
Арыған килеш идара итеү. Арыған кешенең иғтибарлылығы түбәнәйә, юл-хәрәкәте ваҡиғаларына реакцияһы кәмей. Тиҙлек артҡан һайын кеше тиҙерәк арый. Медицина мәғлүмәттәре буйынса, сәғәтенә 90 километр тиҙлек менән бар-ғанда кеше 3,5-4 сәғәт эсендә арый. Бындай осраҡта туҡтап ял итеү мөһим.
Иғтибарлыҡты юғалтыу. Юлда машина менән идара иткәндә бөтә иғтибар-ҙы юлға йүнәлтергә кәрәк. Бер секундҡа ла ситкә ҡарамаҫҡа. Пассажирҙарға боролоп, йә көҙгө аша ҡарау, юл фажиғәһенә килтерергә мөмкин. Сәғәтенә 90 километр тиҙлек менән барғанда автомобиль бер секундта 25 метр ара үтә. Артҡы урында ултырған балаларға боролоп ҡарау өс секунд ваҡытты ала, тимәк, 75 метр ара юлға ҡарамай үтелә. Ғаилә именлеге менән шаярмай, килеп тыу-ған мәсьәләләрҙе туҡтап хәл итеү яҡшы.
Вайымһыҙ йәйәүлеләр. Йәйәүлене күреү менән фар йә махсус сигнал ярҙамында иғтибарын йәлеп итеү кәрәк. Улар араһында күҙҙәре күрмәгән, ҡолаҡтары ишетмәгән, психикаһы боҙолған кешеләр булыуы ихтимал. Йәйәүле хаҡлы булмаған осраҡта ла, уны уҙғарып ебәреү яҡшыраҡ.
Автомобилдең һуҡыр зонаһы. Машина ҡырҙарының киңлеге көҙгөгә эләкмәгәнен һәр водитель белә. Бында бүтән төр машина, велосипедист йә йәйәүле булырға мөмкин. Шуға ла көҙгөгә ҡарап ҡына ҡалмай, башты бороп, хәрәкәт башлар, туҡтар алдынан, боролғанда һәм һуңынан, башҡа автомобиль ағымына ҡушылғанда һуҡыр зонаны һәр саҡта контролдә тотоу кәрәк.