Баймаҡ ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре балалар баҡсаларында кескәйҙәргә юл ҡағиҙәләрен аңлатыуҙы ойошторҙо.
Инспекторҙар әйтеүенсә, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса дәрестәр, һөйләшеүҙәр алып барылғанда ғына фажиғәләрҙе иҫкәртеп була. Ҡала буйынса бындай саралар ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәҫәлән, быйыл үткән йылдар менән сағыштырғанда, балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һиҙелерлек кәмегән.
Әйткәндәй, яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә ҡала үҙәгендәге мәктәп һәм балалар баҡсалары янында яһалма ҡаршылыҡ урындары булдырылды. Тиҙлек яратыусы күп автоһәүәҫкәрҙәр тарафынан был яңылыҡ ыңғай ҡабул ителмәһә лә, йәйәүлеләр, айырыуса, балалар ҡатнашлығында юл-транспорт хәл-ваҡиғаларын булдырмау өсөн мөһим һәм кәрәк икәнлеген күптәр аңлаһын ине.