Хоҡуҡ һаҡлау
13 Июль 2023, 09:45

Ҡот осҡос!

Үҫмерҙәрҙең пляждағы балалы ҡатынға атыуы тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды...

Ҡот осҡос!Ҡот осҡос!
Ҡот осҡос!

Социаль селтәрҙәрҙә үҫмерҙәрҙең пляждағы балалы ҡатынға атыуы тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды.

Эш шунда, 10 июлдә кисендә медицина учреждениеһынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса дежур бүлегенә ҡулы йәрәхәтләнгән ханым мөрәжәғәт иткән тигән хәбәр килгән.  

10 июль кисендә медицина учреждениеһынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса дежур бүлегенә ҡулы йәрәхәтләнгән ханым мөрәжәғәт иткән тигән хәбәр килгән.  

«Тикшереү барышында уның ҡулы пневматик ҡоралдан атылған пулянан йәрәхәтләнеүе билдәле булған. Тәфтиш-оператив төркөм асыҡлауынса, ханым Ҡабаҡ ауылы янында, Ағиҙел йылғаһы буйындағы пляжда яраланған.  Үҙе әйтеүенсә, уны пневматик ҡоралдан шешәгә атҡан таныш түгел үҫмерҙәр йәрәхәтләүе ихтимал», - тип белдерҙеләр ведомствола.

Йәрәхәтләнгән ҡатын һөйләүенсә, ҡулының ҡапыл ниҙер көйҙөрөп ауырттырыуын, унан янына үҫмерҙәр йүгереп килеп, шешәгә атып, яңылыш ҡатынға тейгеҙеүҙәрен әйткән, ғәфү үтенгәндәр. Шунан ҡапыл ямғыр башланған, кешеләр ямғырҙан йәшенгән арала үҫмерҙәр ҙә юҡҡа сыҡҡан. 

Хәҙер хоҡуҡ һаҡсылары ошо ваҡиғаға ҡағылышы булғандарҙы асыҡлай, унан һуң процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас