

Республикала йәшәгән ололарҙы алдап, уларҙың аҡсаһын алып йөрөгән мутлашыусылар схемаһының кешеһе тотолдо.
26 йәштәге Мәскәү өлкәһе егете өлкән кешеләргә шылтыратып, уларҙың аварияға тарыуы хаҡында алдаусыларға ярҙам итә. Һикһәнде үткән инәйгә ҡыҙының авария сәбәпсеһе булыуын, уны төрмәнән ҡотҡарыу өсөн аҡса кәрәклеген әйтәләр. Шул уҡ ваҡытта инәйгә ҡыҙына шылтыратмаҫҡа ҡушалар. Йәнәһе, ул хәҙер полицияла, шылтыратырға ярамай. Инәйгә хәҙер уға кеше киләсәген, уға аҡса бирергә кәрәклеген әйтәләр. Һәм ул 300 мең һумдан ашыу аҡсаһын ошо 26 йәштәге егеткә биреп ебәрә. Тағы бер өлкән апайға уның ейәнсәре авария эшләүен, уны ҡотҡарыу өсөн миллион һум кәрәклеген әйтәләр. Был өлкән кеше лә аҡсаһын биреп ебәрә. Тотолған егет интернет аша курьер булып эшкә урынлашыуын белдерә. Кешеләрҙән алған аҡсаны <етәкселәргә> күсереүен белдерә. Тикшереү бара.
Өлкән кешеләргә ошондай мутлашыусылар күбәйеүе хаҡында һөйләгеҙ. Әгәр яҡын кешегеҙҙең бәләгә тарыуын әйтһәләр, уларҙың үҙҙәренә шылтыратығыҙ. Ниндәйҙер курьерҙарға аҡса биреп ебәреү ярамауы хаҡында ололарға аңлатығыҙ.