+24 °С
Ямғыр


Повестка алып та, хәрби комиссариатҡа килмәгән егеттәр водитель таныҡлығын алмаштыра һәм машинаһын теркәй алмаясаҡ. Был хаҡта матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең ЮХХДИ башлығы Михаил Черников хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, ҡасып йөрөүселәр ведомствоның мәғлүмәттәр базаһында күренә.
"Беҙ ундайҙарҙы дөйөм федераль системала күрәбеҙ. Бындай граждандарға дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелмәй: улар водитель таныҡлығын да алмаштыра, машинаһын да теркәй алмай", - тип белдерҙе илдең ЮХХДИ етәксеһе.