

Сабый үҫкән саҡта уны тәҙрә янына алып килеп, бергәләшеп урамды күҙәтәбеҙ. Бала өйҙә яңғыҙ ҡалған саҡта ла тәҙрәгә яҡын килә. Ярай ҙа ул ябыҡ торһа...
Көндәр эҫеү менән бүлмәне елләтеү маҡсатында асып ҡуябыҙ. Шуға ла йәйге осорҙарҙа тәҙрәнән ҡолап төшкән сабыйҙар һаны арта.
Балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн үҙебеҙ сыҡҡанда тәҙрәне ябып йөрөйөк! Шулай уҡ бәләкәстәрҙе яңғыҙ ҡалдырмайыҡ! Уларҙың янында мотлаҡ кемдер ҡалһын!
Шулай ҙа тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Ҡайһы саҡ яңғыҙ ҡалдырып торорға ла тура килә. Был осраҡта тәҙрәне ныҡлап ябығыҙ, хатта бикләп ҡуйығыҙ. Тәҙрә янынан барлыҡ йорт йыһаздарын, мебелде алығыҙ!
Тәҙрәлә москит сеткаһы тора бит әле, тип тынысланмағыҙ. Улар себен-серәкәй кеүек бөжәктәрҙән генә һаҡлай.
Тәҙрәнән балаға берәй нәмә күрһәтергә уйлаһағыҙ, кейеменән түгел, үҙен ныҡлап тотоп тороғоҙ. Сабый ҡурсаҡ түгел, уйламағанда алға ынтылыуы ихтимал.
Йәндәй ҡәҙерле күргән сабыйығыҙҙы һаҡлағыҙ!