Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
25 Май 2023, 15:03

Аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағып ҡуймағыҙ!

Республикала йәшәүсе өс кеше һаҡлап ҡуйған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Уларҙың барыһы ла үрҙә яҙылып үткән "татлы" тәҡдимдән баш тарта алмаған. Был юҫыҡтағы дөйөм зыян 5 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.  

Аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағып ҡуймағыҙ!
Аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағып ҡуймағыҙ!

«Ҡаршы кредит» һәм «хәүефһеҙ иҫәптәр» («оформить встречный кредит», «безопасный счет») тәҡдим итеп шылтыратыуҙар йышайған. Бындай тәҡдимдең ни тиклем ышаныслы яңғырауына ҡарамаҫтан ышанмағыҙ, ти полиция хеҙмәткәрҙәре. 

Республикала йәшәүсе өс кеше һаҡлап ҡуйған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Уларҙың барыһы ла үрҙә яҙылып үткән "татлы" тәҡдимдән баш тарта алмаған. Был юҫыҡтағы дөйөм зыян 5 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

Күп осраҡта 50-65 йәштәгеләр телефондағы мутлашыуҙың ҡорбаны була. Уларҙың күбеһе полиция һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарының, шулай уҡ банк йәки дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең бер ваҡытта ла граждандарға бындай мөрәжәғәт менән шылтыратмаясағы тураһында ишетеп беләләр. Әммә бындай хәлгә ҡалыу менән ҡойолоп төшәләр. 

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур бүлегенә 60 йәшлек пенсионер ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, "һеҙҙең исемгә кредит юлланды". Әгәр риза булһағыҙ, был кредитҡа ҡаршы яңыһын асайыҡ. Ул сағында теге кредитығыҙ юҡҡа сығасаҡ, ти мутлашыусы. Шылтыратыусының һүҙҙәренә ышанып, ҡатын 1 миллион һум кредит ала, был ғына ла етмәй, үҙенең иҫәбендә ятҡан 1 миллион һум аҡсаһын да өҫтәгән. Зыян күреүсе банкомат аша ялған хеҙмәткәрҙең уҡып яҙҙырған иҫәбенә 2 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Хәҙер уға енәйәтселәргә ышанып алған кредитын түләргә тура киләсәк.

Баш ҡалала йәшәгән тағы ике кеше лә тап ошондай тоҙаҡҡа эләгә. 63 һәм 62 йәшлек был кешеләргә "банктың ялған хеҙмәткәр" шылтыратып, йыйған аҡсаһын "ышаныслы" иҫәпкә күсерергә күндерәләр. Уларҙың икеһе лә 1.5 миллион һум аҡсаһын мутлашыусының иҫәбенә үҙ ирке менән күсерә. 

Был ике факт буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, тип иҫкәртә. Шылтыратыу банк хеҙмәткәренән килгән осраҡта, трубканы һалығыҙ. Мутлашыусыларҙың ялған номерҙар менән ҡуллана алыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Туғандарығыҙға һәм таныштарығыҙға мутлашыуҙың киң таралған схемалары тураһында һөйләгеҙ.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: