Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
4 Май 2023, 11:26

Тәмәке тартҡан балалар янғын сығарған

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Тәмәке тартҡан балалар янғын сығарған

27 апрелдән 3 майға тиклем районда 7 янғын осрағы теркәлгән. 28 апрелдә, электр селтәренең ҡыҫҡа тоташыуы арҡаһында, Баймаҡ ҡалаһындағы бер фатирҙа янғын сыға. 30 апрелдә һәм 3 майҙа Темәс ауыл биләмәһендә ҡый янып китә. 30 апрелдә, ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә, Урал менән Комсомол ауылдары араһында ҡоро үләнгә ут тоҡана. Балиғ булмаған балаларҙың тәмәке тартыуҙары арҡаһында, ошо уҡ көндө Баймаҡ ҡалаһында кеше йәшәмәгән төҙөлөш ҡоролмаһы янып китә. 2 майҙа Баймаҡ ҡалаһындағы бер шәхси ихатала сүп-сар яҡҡан ваҡытта ут таралып китә һәм хужалыҡтың ҡоймаһын ялмап ала. Ошо уҡ көндө Әхмәр ауылында мунсаға ут тоҡана. Әлегә сәбәптәре билдәһеҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: MvLEAvLLhFQ

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: