Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
4 Май 2023, 07:00

Баймаҡта бер аҙнала 17 иҫерек водитель тотолған!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бер аҙнала - 17 иҫерек водитель!

Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ете көндә районда 144 хәл-ваҡиға булған, шуның 10ы криминаль характерға эйә. Шулай уҡ урлыҡ, кеше туҡмау осраҡтары теркәлгән. Займ алып та түләмәгән 6 хәл-ваҡиға теркәлгән. Темәстә еңел автомобилде ҡыуып алып киткәндәр. 2 мутлашыу осрағы теркәлгән. Бер ирҙең күкрәгенә сәнскәндәр. Малын иректә йөрөтөүселәр административ яуапҡҡа тарттырыла башлаған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 175 осраҡ теркәлгән. 5 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 17 водитель тотолған, шуларҙың икәүһе ҡайтанан эләккән. Бер осраҡта велосипедта китеп барған баланы бәрҙергән. 2 юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән 4 кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелгән. Ике осраҡта балиғ булмаған балаларҙың мопед менән идара итеүе күңелһеҙ хәл менән тамамланған. Дүрт кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелгән. Ата-әсәләр, балаларығыҙға мопед алып бирә икәнһегеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә лә өйрәтегеҙ! Үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: c7f421412b87e11c4f2ab81b63174f9b_XL

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас