Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
3 Май 2023, 16:15

Ҡый яҡтығыҙмы, усаҡмы?

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡый яҡһағыҙ – штраф!

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 17 апрелдән 15 майға тиклем янғын хәүефе режимы индерелде. Был осорҙа түбәндәгеләрҙе эшләү ҡәтғи тыйыла:

- ҡырҙа һәм шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы ерҙәрендә янғын хәүефе тыуҙырған эштәрҙа башҡарыу, юл ситендә, йылға һәм күл буйҙарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә, предприятие, ойошма биләмәләрендә һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары ташлаған өйөмдәрҙә усаҡ яғыу;

- объекттарҙа һәм төрлө тәғәйенләштәге ҡоролмаларҙа яғыулыҡ материалдарын, ҡый-һайҙы, ағас, төҙөлөш һәм башҡа тиҙ тоҡаныусан ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыуға йәки һаҡлауға һалырға кәрәк булған осраҡта урман фондынан һәм тирә-яҡ мөхиттән тейешле аралыҡты күҙәтеү мотлаҡ.

- пиротехник изделияларҙы урындағы үҙидара органдары билдәләгән ерҙә генә һаҡлауға ҡуйыу рөхсәт ителә.

Эше урман менән бәйле булғандарҙан тыш ҡалғандарға йәшел фондҡа инеү тыйыла. Һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен, шырпыларҙы ташламағыҙ. Ҡояш нурҙары ҡыҙҙырған асыҡ ергә шешә йәки быяла ярсыҡтарын ҡалдырмағыҙ. Кире осраҡта уларҙың ҡыҙып ятып, янғын сығарыуы ихтимал. Яғыулыҡ-майлау материалдары һеңгән материалдарҙы ла махсус урынға ғына ташларға кәрәклеген онотмағыҙ. Эшләп торған техниканы заправкалау тыйыла. Шулай уҡ машина эргәһендә усаҡ тоҡандырырға ярамай.

Янғынға хәүефе режимы индерелгән осорҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоусыларға РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодекстың 20.4-се статьяһының 2-се пунктына ярашлы штраф һалына:

- граждандарға 10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем;

- вазифалы кешеләргә 30 мең һумдан 60 мең һумға тиклем;

- юридик белеме булмаған эшҡыуарҙарға 60 мең һумдан 80 мең һумға тиклем;

- юридик берәмектәргә 400 мең һумдан 800 мең һумға тиклем

Янғын хәүефе осоро башланғандан алып ҡый яғыу тәртибен боҙған 28 граждан административ яуапҡа тарттырылды. Был, бәлки, ҡалғандарға һабаҡ булыр. Янғындан һаҡланайыҡ!

В.А. Люляев,

Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары буйынса янғын хәүефе күҙәтеү буйынса баш дәүләт инспекторы, эске эштәр бүлеге подполковнигы.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 19092022_леспож

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: