Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
29 Апрель 2023, 10:36

Хужаһыҙ эттәр проблемаһы һәр заманда ла көнүҙәк

Быға нисек сик ҡуйырға? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Хужаһыҙ эттәр проблемаһы һәр заманда ла көнүҙәк
Хужаһыҙ эттәр проблемаһы һәр заманда ла көнүҙәк

Хужаһыҙ эттәр проблемаһы һәр заманда ла көнүҙәк

Быға нисек сик ҡуйырға? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Хужаһыҙ эттәр проблемаһы һәр заманда ла көнүҙәк. Улар халыҡҡа ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Ташланған эттәр үҙ алдарына ашарға табырға мәжбүр булып, өйөрҙәргә берләшә. Улар төрлө сирҙе таратыусы булырға мөмкин. Эттәр шулай уҡ йорт территорияларын бысратырға, балаларҙы ҡурҡытырға һәм кешеләрҙе тешләргә мөмкин.
Эт хужалары уларҙы контролһеҙ сығарып ебәрергә тейеш түгел. Ул бәйле булырға, ә йөрөтөп килтереү өсөн муйынсаҡлы бауҙа сығарылырға тейеш. Закон буйынса, һәр хужа үҙе аҫраған йән эйәһенә чип йә булмаһа бирка ҡуйҙыртырға тейеш. Әгәр эт муйынсаҡһыҙ йөрөһә, ул берәҙәк булып иҫәпләнә.
Тәртип булдырыуҙың законға ярашлы ысулы - берәҙәк хайуандарҙы тотоп махсус приютҡа урынлаштырыу. Улар мотлаҡ ветеринар хеҙмәттәр тарафынан тикшерелеп, тейешле вакциналар яһалып тапшырылырға тейеш.
Әгәр урамда берәҙәк хайуандар йөрөһә, уларҙың хужаһын табыу мөмкинселеге булмаһа, ул саҡта махсус хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк, йә булмаһа ҡала, ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре махсус хеҙмәткә хәбәр итәсәк.
Баймаҡ районында хужаһыҙ йорт хайуандарын тотоу һәм аҫрау буйынса шәхси эшҡыуар Усманов шөғөлләнә.
Ҡарауһыҙ йөрөгән йорт хайуандарын ни эшләтәләр? Улар эттәрҙе йоҡлатып тоталар һәм Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан махсуслаштырылған приютҡа алып барып урынлаштыралар. Приютта уларҙы ветеринария табибы ҡарай, тейешле вакциналар һала һәм нимә эшләргә мөмкин булыуы тураһында һығымта бирә. Тыныс, һау хайуандар ҙа эләгә, уларҙы кешеләргә аҫрауға бирәләр. Әгәр кемгәлер эт йәки бесәй кәрәк-һә, приютҡа мөрәжәғәт итергә һәм оҡшағанын һайлап алырға мөмкин.
Тағы ла бер ысул – хайуанды стерилләү (ырыуһыҙ итеү). Стерилләү ысулы хайуандарҙың контрольһыҙ үрсеүен туҡтата, улар бик агрессив булмай, тигән фекер бар. Стерилләнгән һау этте законға ярашлы кире иреккә ебәрәләр.
Эт - кешенең дуҫы бит инде. Берәҙәк эттәр күбәйеүенә кешеләр үҙҙәре сәбәпсе. Һатып йә табып алалар ҙа, үрсеһә, йә кәрәкмәй башлаһа, сығарып ташлайҙар. Урамға сығарып ташламаһындар, өйгә алғас, үҙҙәрен бурыслы итеп тойһондар ине кешеләр!!!
Берәҙәк хайуандар һорауы буйынса үҙегеҙҙең ауыл биләмәһенә, Баймаҡ ҡалаһы администрацияһына 3-50-50 телефоны буйынса хәбәр итә алаһығыҙ. 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: