Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
28 Март 2023, 17:20

Рөхсәтһеҙ ҡарағай ағастары ҡырҡҡан өсөн...

Ишбирҙе ауылы кешеһенә енәйәт эше асылған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Урман дәүләт инспекторҙарының оператив-профилактик эш алып барған сағында Баймаҡ урмансылығында законһыҙ рәүештә ҡарағай ағастары ҡырҡҡан фактты теркәй. Бының менән урман фондына яҡынса 68,69 мең һум зыян килгән. Енәйәтсе асыҡланған, ул Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан. Баймаҡ район суды тарафынан енәйәтсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Урман фондына килгән зыян ҡапланған. Енәйәт ҡылған ҡоролмалар тартып алынған. 


Сығанаҡ: БР-ҙың Урман хужалығы министрлығы, https://vk.com/minleshoz102?w=wall-123470918_3503 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 8v32ZR3giIQ

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: